Иҡтисад
1 Март 2021, 13:00

Төҙөлөш тармағы йәнә ҡыуандыра

Тик бына алданған өлөшсөләр проблемаһы ошоға тиклем хәл ителеп бөтмәгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2021 йылда республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең беренсе йомғаҡтары менән таныштырҙы. Был мәғлүмәттәрҙе “Башкортостанстат” бирә.
Ғинуар айы өсөн сәнәғәт етештереүе индексы былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 95,5 процент тәшкил иткән. Радий Фәрит улы Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығына күрһәткестәрҙе төшөргән тармаҡтарға айырым иғтибар бүлергә ҡушты.
Ошо уҡ ваҡытта металлургия (ике тапҡырға), дарыу етештереү (68 процентҡа), кейем сығарыу, ағас эшкәртеү, ағас һәм пробкаларҙан әйберҙәр етештереү, автотранспорт саралары етештереү (38 процент), шулай уҡ компьютер, электрон һәм оптика изделиелары етештереү (35 процентҡа) артҡан.
Ғинуарҙа былтырғы йылдың тәүге айҙары менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа ауыл хужалығы тауары күләме үҫкән. Был дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән күпкә юғары. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров аҙыҡ-түлек сәнәғәте күрһәткестәре кәмеүен билдәләне. Шуға күрә был тармаҡҡа ярҙам итеүҙең республика программаһын тиҙ арала тормошҡа ашыра башларға ҡушты.
Торлаҡ индереү буйынса күрһәткестәр ҡыуандыра. Быйыл ғинуарҙа ул былтырғы осор менән сағыштырғанда 1,9 тапҡырға үҫкән. Радий Хәбиров Хөкүмәттең төҙөлөш блогына уңышлы эш өсөн рәхмәт әйтте һәм темптарҙы кәметмәҫкә ҡушты.
Бынан тыш Радий Фәрит улы алданған өлөшсөләр проблемаһына ла туҡталды һәм намыҫһыҙ төҙөүселәргә бәйле енәйәт эштәрен тикшереүгә бәйле хәлде өйрәнергә ҡушты. Был теманы яҡын арала үтәсәк хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса координация кәңәшмәһендә ентекләп ҡараясаҡтар.
– Беҙҙә кешеләргә бик күп проблемалар тыуҙырған төҙөүселәр бар. Тик уларға ҡарата бер ниндәй саралар ҙа күрелмәгән. Шуға күрә халыҡ был тармаҡта нимә эшләнгәнен белергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас