Иҡтисад
3 Март 2021, 13:30

Юл буйы хеҙмәтләндереүенә 140 миллион һум йәлеп ителгән

Республикала ике йүнәлештә юл буйы комплексын төҙөр өсөн инвестор табылған.

Республикала ике йүнәлештә юл буйы комплексын төҙөр өсөн инвестор табылған. “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлының Ҡариҙел районындағы Байҡы ауылы эргәһендә һәм М-7 “Волга”ның Өфө районы Михайловка ауылы янында юл буйы комплекстарын төҙөү проекттары республиканың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары теҙмәһенә индерелде.
Был проектты тормошҡа ашырыр өсөн йәмғеһе 140 миллион һум аҡса талап ителә. БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында.
“Юлдар оҙонлоғо буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Уларҙан йөрөр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк. Юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип хәбәр итте Р. Моратов. – Республиканың алыҫ райондарында яңы эш урындары, инфраструктура объекттары барлыҡҡа килер, туризмды үҫтерер өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр. Инвестициялар республиканың һалым базаһын ҙурайтырға мөмкинлек бирә, ә был инде халыҡтың тормош сифатын яҡшыртырға ярҙам итә”.
Проекттарҙы бойомға ашырғанда “Юлдаш Сервис” йәмғиәте юл буйы хеҙмәтләндереүенә ҡараған күп функциялы зоналар төҙөргә ниәтләй. Унда транспорт ҡуйыу урыны, ял итеү майҙаны, гигиена урындары, автосервис пункты, супермаркет, кафе, ҡунаҡхана, автокемпинг булдырыу ҡарала. Юл хәрәкәтендә ҡатнашҡандарға төрлө сервис хеҙмәтләндереүе лә тәҡдим ителергә тейеш.
Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған хәлдә 57 яңы эш урыны барлыҡҡа килер, тип күҙаллана.
Ике проект та Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ҡарамағында. Уларҙың ғәмәлгә ашырылғанын иһә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы күҙәтеп барырға тейеш.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас