Иҡтисад
5 Март 2021, 14:00

Былтыр эшҡыуарҙарҙы тикшереү кәмегән

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә үткәрелгән кәңәшмәлә әйтелде.

Былтыр Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙы федераль тикшереүҙәр һаны 52 процентҡа кәмегән, төбәк күҙәтеү органдары тарафынан тикшереүҙәр иһә 65 процентҡа аҙайған. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышында республика Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе урынбаҫары Александр Фролов һөйләне.
Был динамика былтыр 1 апрелдән 31 декабргә тиклем тикшереүҙәргә мораторий индереү менән бәйле, шуға контроль-күҙәтеү ведомстволары иғтибары хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, аңлатыу һәм консультация эшмәкәрлегенә йүнәлтелгән.
Федераль башҡарма властб органдарының төбәк органдары тарафынан барлығы 8650 юридик шәхескә һәм шәхси эшҡыуарға ҡарата - 9712, республикалағы дәүләт контролен (күҙәтеүен) алып барыу хоҡуғы булған башҡарма власть органдары тарафынан 2697 тикшереү үткәрелгән. Әйткәндәй, 91 проценты пландан тыш булған. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, пландан тыш тикшереүҙәр буйынса рекордсы Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты. Муниципаль контроль структуралары 50 юридик шәхескә, шәхси эшҡыуарға ҡарата 61 тикшереү үткәргән. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 85 процентҡа кәмерәк.
Александр Сидякин бизнес-шерифтарға эшҡыуарлыҡҡа баҫым яһауҙы кәметеү буйынса ошо трендта ҡалыуҙы һораны.
“2020 йылда барлыҡ муниципалитеттарҙа муниципаль контролдең һәм уларҙы алып барыуҙың тәртибе, ҡарарҙар һәм административ регламенттар, мотлаҡ талаптарҙы боҙоуҙы иҫкәртеү программалары, мотлаҡ талаптарҙы һәм уларҙы күҙәтеүгә етәкселек норматив хоҡуҡи акттар теҙмәһе раҫланды”, – тине Александр Фролов.
Башҡортостандағы эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Флүр Әсәҙуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 – 2021 йылдарҙа эшҡыуарҙарҙың контроль-күҙәтеү органдары эшмәкәрлегенә ҡарата ялыуҙары кәмегән.
Һуңғы йылдарҙа Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисы һәм республика Прокуратураһы араһында үҙ-ара һөҙөмтәле эшмәкәрлек төҙөлгән.
Фото: Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлығы һәм инвестициялар.
Читайте нас