Нефтекама электромеханика заводы ике йылға 2,125 процент менән льготалы финанслау йәлеп иткән. Эшҡыуарлыҡ заемын Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының дәүләт финанс ярҙамына ярашлы, Башҡортостан микрокредит компанияһы биргән.
Аҡса етештереү ҡеүәттәрен тулы көсөнә эшкә ҡушыу өсөн әйләнештәге средстволарҙы тулыландырыуға йүнәлтелгән. Предприятие трансформатор подстанциялары комплекттары, блок-бокстар етештерә һәм уларҙы бөтә Рәсәй буйынса поставкалай.
Әйткәндәй кредит ғаризаһы заемсы тарафынан электрон төрҙә, арауыҡта рәсмиләштерелгән, ә заем килешеүе Нефтекамала төҙөлгән. Мәғлүм булыуынса, эшҡыуарлыҡ микрозаемдары моноҡалаларҙағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты заем ярҙамында финанслауҙың иң уңайлы алымын тәшкил итә.