Иҡтисад
5 Март 2021, 19:00

Хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәләре ҙур

"Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә юғары баһа бирҙе.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков Хеҙмәттәшлек буйынса ведомство-ара комиссияның быйылғы тәүге ултырышын үткәрҙе.
Радий Хәбиров уртаҡ эшмәкәрлекте юғары баһаланы һәм корпорация етәкселегенә республика сәнәғәтенә ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ ҡатмарлы 2020 йылды лайыҡлы үттек, сәнәғәт тармағы кимәлен түбәнгә төшөрмәнек. Етештереүсәнлек индексы 98 процент тәшкил итте. Был уңышлы 2019 йылдың күрһәткестәре менән бер тиерлек. Әлеге ваҡытта республикала коронавирус инфекцияһынан киң вакцинациялау бара, сәнәғәт предприятиелары эшсәндәренә прививка яһау процесы – айырым контролдә. Беҙҙең маҡсат - тармаҡҡа ыңғай динамиканы ҡайтарыу, - тине республика етәксеһе.
Радий Фәрит улы инвестициялар йәлеп итеү өсөн инфраструктураның нисек булдырылыуы хаҡында әйтеп үтте. Һүҙ тәү сиратта Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы хаҡында бара. Ошондай уҡ икенсе зона булдырыу мәсьәләһе лә ҡарала. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге асыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә.
"Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә юғары баһа бирҙе.
– Беҙ 2020 йылда бәйләнештәрҙе нығыттыҡ, ҡуйылған мәсьәләләрҙе көндән-көн һөҙөмтәлерәк, уңышлыраҡ хәл итәбеҙ. Быйыл алдыбыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Яҙ Өфөлә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә белем биреү-производство комплексы асасаҡбыҙ. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге һәм республика университеттары менән дә хеҙмәттәшлеккә, стратегик мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә әҙербеҙ, - тине Анатолий Сердюков.
Ул шулай уҡ "Ростех"тың “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалын үткәрергә ярҙам итәсәген белдерҙе. Сара быйыл Өфөлә ойошторола, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1,5 мең йәш эшсе һәм инженер ҡатнашасаҡ.
Ведомство-ара комиссияның эше менән анығыраҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәнәғәте министры Рөстәм Моратов таныштырҙы. Мәҫәлән, 2020 йылда дүрт эре инвестиция проекты тормошҡа ашырылған, был предприятиеларға күләмле заказдар килтергән. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә илдәге иң ҙур вертолёт двигателдәре өсөн узелдар етештереү үҙәген асҡандар. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы "Ка-32А" вертолеттарын модернизациялауға тотонған. Өфөләге “Прогресс” заводында, “НефАЗ” автобустар етештереү предприятиеһында, Туймазы бетон ташыусы автомобилдәр предприятиеһында ла яңы төр етештереү үҙенсәлектәрен үҙләштергәндәр.
Юғары технологиялы етештереү тармағындағы пландары менән “Станкомонтаж” йәмғиәте етәксеһе Алексей Долгушин бүлеште. Был ойошма республиканың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә һәм яңы технологиялы станоктар етештергән. Медицина тармағы өсөн импланттар ҙа эшләйҙәр.
“Группа Тарас” йәмғиәтенең генераль директоры Максим Трошин Башҡортостанда фандоматтар етештереү мәсьәләһен күтәрҙе. Был прибор металл һәм пластик ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдимде тикшерергә һәм республика предприятиеларының береһендә уны етештерә башлауҙы тормошҡа ашырырға ҡушты.
Өфө авиация технологиялары технопаркы директоры Ирек Ҡандаров республикала авиация кластеры булдырыу буйынса алып барылған эштәрҙе барланы.
Анатолий Сердюков башланғыстарҙы хупланы, республиканың Күмертауҙа сығарылған яңы янғын һүндереү вертолетын презентациялауҙы быйыл үтәсәк Халыҡ-ара авиация-йыһан салонында (МАКС–2021) тормошҡа ашырыу мөмкинлеген ыңғай баһаланы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас