Быйыл, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, республикала 167 объектта эш башҡарыу планлаштырыла.
Милли проект буйынса федераль ҡаҙнанан Башҡортостанға 1,712 миллиард һум аҡса бүленә. Өфөлә быйылға милли проект объекттары исемлегенә дөйөм оҙонлоғо 19 километрлыҡ туғыҙ урам-юл селтәре участкаһы, шулай уҡ бер күсмә объект – Нуғай шоссеһы индерелгән.
Бынан тыш, 960 километрҙан ашыу юлды ремонтлау, 15 километрына юл тамғаһы, тиҙлекте кәметеү өсөн 450 яһалма ҡулайлама һалыу, 20 мең юл билдәһе, 230 светофор, өҫтмә рәүештә 800 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйыу ҡарала. Район хакимиәттәре менән берлектә урамдарҙы яҡтыртыу, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү йәһәтенән ҙур эш башҡарыласаҡ.