Иҡтисад
9 Март 2021, 08:00

Беҙҙә йәнә үҫеш күҙәтелә

Пандемияға ҡарамай, инвестициялар йәлеп итеү буйынса үҫеш күҙәтелә.

Һуңғы аҙналарҙың матур йолаһы буйынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләрҙе статистика мәғлүмәттәре менән таныштырыуҙан башланы. Пандемияға ҡарамай, беҙҙең ҡайһы бер күрһәткестәребеҙ үҫкән.
Шулай итеп, Башҡортостан иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләме былтыр 2019 йыл менән сағыштырғанда 100,9 процент тәшкил иткән. "Росстат"тың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда инвестициялар үҫеше 13,6 процент түгел, ә 19 процент булған.
– Барыбыҙҙы ла ҡотлайым. Беҙ йәлеп ителгән инвестициялар күләмен һаҡлап ҡына ҡалманыҡ, ә пандемияға ҡарамай, әҙерәк үҫтерҙек тә. Һандар күҙ алдығыҙҙа. Инвестициялар – был яңы етештереүҙәр, яңы эш урындары тигән һүҙ, – тине Радий Хәбиров.
Һандар шуны һөйләй: илдә 35 төбәк кенә инвестициялар йәлеп итеү буйынса үҫеш күрһәткән. Башҡортостан Волга буйы федераль округында был йәһәттән өсөнсө урында, ул Түбәнге Новгород менән Мари Иленән генә ҡалыша.
Фото: idco.ru
Читайте нас