Иҡтисад
9 Март 2021, 12:08

“Ростех” менән хеҙмәттәшлек нығына

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков Хеҙмәттәшлек буйынса ведомство-ара комиссияның быйылғы тәүге ултырышын үткәрҙе.

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков Хеҙмәттәшлек буйынса ведомство-ара комиссияның быйылғы тәүге ултырышын үткәрҙе.
Радий Хәбиров уртаҡ эшмәкәрлекте юғары баһалап, корпорация етәксе­легенә республика сәнәғәтенә ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ ҡатмарлы 2020 йылды ла­йыҡлы үттек, сәнәғәт тармағы күрһәткес­тәре кимәлен түбән төшөрмәнек. Етеш­тереүсәнлек индексы 98 процент тәшкил итте. Был уңышлы 2019 йылдың күрһәт­кестәре менән бер тиерлек. Әлеге ваҡытта республикала коронавирус инфекцияһынан киң вакцинациялау эше бара, сәнәғәт предприятиелары эшсәндәренә прививка яһау процесы – айырым контролдә, – тине республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы инвестициялар йәлеп итеү өсөн инфраструктураның нисек булдырылыуы хаҡында әйтеп үтте. Һүҙ тәү сиратта Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы хаҡында бара. Ошондай уҡ икенсе зона булдырыу мәсьәләһе лә ҡарала. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге асыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә.
Анатолий Сердюков Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә юғары баһа бирҙе.

– Былтыр бәйләнеште нығыттыҡ, ҡуйылған мәсьәләләрҙе көндән-көн һөҙөмтәлерәк, уңышлыраҡ хәл итәбеҙ. Быйыл алдыбыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Яҙ Өфөлә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә белем биреү-етештереү комп­лексы асасаҡбыҙ. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге һәм республика университеттары менән дә хеҙмәттәшлеккә, стратегик мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә әҙербеҙ, – тине ул.

Ул шулай уҡ “Ростех”тың “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалын үткәрергә ярҙам итәсәген белдерҙе. Сара быйыл Өфөлә ойошторола, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1,5 мең йәш эшсе һәм инженер ҡатнашасаҡ.
Ведомство-ара комиссияның эше менән анығыраҡ Башҡортостан Хөкүмә­тенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов таныш­тырҙы. Мәҫәлән, 2020 йылда дүрт эре инвестиция проекты тормошҡа ашы­рылған, был предприятиеларға күләмле заказдар килтергән. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү берек­мәһендә илдәге иң ҙур вертолёт двига­телдәре өсөн узелдар етештереү үҙәген асҡандар. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы “Ка-32А” вертолеттарын яңыртыуға тотонған. Өфөләге “Прогресс” заводында, “НефАЗ” автобустар етештереү предприятиеһында, Туймазы бетон ташыусы автомобилдәр пред­прия­тиеһында ла яңы төр етештереү үҙенсәлектәрен үҙләштергәндәр.
Юғары технологиялы етештереү тармағындағы пландары менән “Станкомонтаж” йәмғиәте етәксеһе Алексей Долгушин бүлеште. Был ойошма республиканың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә һәм заманса станоктар етештерә. Медицина тармағы өсөн импланттар ҙа эшләйҙәр.
“Группа Тарас” йәмғиәтенең генераль директоры Максим Трошин Башҡорт­останда фандоматтар етештереү мәсьәләһен күтәрҙе. Был прибор металл һәм пластик ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдимде тикшерергә һәм республика предприятиеларының береһендә тәжрибәне ғәмәлгә индерергә ҡушты.
Өфө авиация технологиялары технопаркы директоры Ирек Ҡандаров республикала авиация кластеры булдырыу буйынса алып барылған эштәрҙе барланы.
Анатолий Сердюков башлан­ғыстар­ҙы хупланы, республиканың Күмертауҙа сығарылған яңы янғын һүндереү вертолетын презентациялауҙы быйыл үтәсәк Халыҡ-ара авиация-йыһан салонында (МАКС-2021) тормошҡа ашырыу мөмкинлеген ыңғай баһаланы.
Саранан һуң төбәк Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков журналистар менән осрашты.
– Беҙ былтырғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаныҡ. Йыл емешле булды, тип иҫәпләйем. Пандемияға ҡарамай, планға алынған барлыҡ ултырыштарҙы үткәрҙек, уларҙа етди мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Быйыл уларҙы тағы ла ентеклерәк хәл итеүҙе күҙаллайбыҙ. Мәҫәлән, былтыр “ОДК-УМПО”ла нигеҙ һалынған сираттағы етештереү цехын асырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ республиканың колледждары һәм университеттары менән эшләй башлаясаҡбыҙ. Уртаҡ эшмәкәрлекте ыңғай баһалайым. Әле “Гидравлика” предприятиеһын ҡараныҡ, унда алып барылған эштең уңышлы булыуын күрҙек, – тип билдәләне Анатолий Сердюков.
“Ростех” менән республиканың үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә ҡарата төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та үҙ фекерен белдерҙе.

– Ҙур ҡәнәғәтлек менән шуны билдәләйем: “Ростех” менән алып барылған эш – беҙҙең өсөн тәүге тәжрибә. Эйе, артабан “Башнефть”, “Газпром” менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса ошондай өлгөләр барлыҡҡа килде. Әммә был тәжрибә – иң һөҙөмтәлеһе. Был хаҡта 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса һандар ҙа асыҡ һөйләй. Бөгөн “Ростех” менән бәйләнешле предприятиеларҙың бер нисә инвестиция проектын ҡараныҡ. Беҙҙә уларҙың эшмәкәрлегенә киңерәк ҡараш барлыҡҡа килде, республикала яңы етештереү төрҙәрен, ҡыҙыҡлы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға уйлайбыҙ. “Ростех” майҙансығындағы МАКС-2021 авиасалонында янғын һүндереүгә ҡулайлаштырылған вертолетты лайыҡлы күрһәтергә теләйбеҙ. “ОДК-УМПО”-ла кадрҙар әҙерләү буйынса майҙансыҡ төҙөлөшөнөң тамамланыуын көтәбеҙ.
“Ростех” менән берҙәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә ауыр хәлгә юлыҡҡан республика предприятиеларын үҫтереү һәм уларҙы заказдар менән тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Әле тағы бер тапҡыр Күмертау авиация етештереү предприятиеһы тураһында һөйләштек, сөнки ул – беҙҙең республиканың ғорурлығы, бик үҙенсәлекле продукция етештерә. “Рос­тех”тың ярҙамы, берҙәм эшмәкәрлек арҡаһында етештереүҙе һаҡлап ҡына ҡалманыҡ, ә уны яңыртыуҙы башлай алдыҡ. Был – беҙҙең хеҙмәттәшлектең иң мөһим һәм файҙалы һөҙөмтәләренең береһе, – тине республика Башлығы.

Читайте нас