Иҡтисад
9 Март 2021, 19:45

Игорь Комаров урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров федераль законды үҙгәртеү буйынса ике тәҡдим индерҙе.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеоконференция тәртибендә Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Унда “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” Ассоциацияһы идаралығы рәйесе Вилорий Угаров, төбәк муниципалитеттары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары инә.
Мәскәүҙәге студияла тулы хоҡуҡлы вәкил менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Рәсәй Президенты Идаралығының эске сәйәсәт буйынса начальнигы урынбаҫары Владимир Мазур, Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советының Федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төнъяҡ эштәре комитеты рәйесе, “Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Олег Мельниченко, финанс министрлығы вәкилдәре, “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды” дәүләт корпорацияһы идаралығы рәйесе – генераль директоры Константин Цицин, Волга буйы федераль округының административ үҙәктәре башлыҡтары, урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй ойошмаларының лидерҙары һәм эксперттары ҡатнашты.
Кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҡануниәтте һәм хоҡуҡи ҡулланыуҙы камиллаштырыу, шул иҫәптән коммуналь инфраструктураның иҫкереүенә һәм торлаҡ фондына капиталь ремонт үткәреү, уларҙы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты менән синхронлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Округ советы менән төбәк башҡарма һәм закондар сығарыу власының, Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы эшсе төркөмдәре тарафынан 70-тән ашыу ошондай тәҡдим индерелгән, уларҙың күпселеге профилле министрлыҡтарҙа, Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы комитеттарында, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа булышлыҡ итеү фондында һәм башҡа эксперт майҙансыҡтарында яҡлау тапҡан.
Ирек Фәйзуллин һүҙҙәренсә, әлеге мәлдә Волга буйы федераль округы төбәктәрендә 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Федераль проект сиктәрендә Авариялы йорттарҙан күсереү программаһы буйынса 2024 йылға тиклем Волга буйы федераль округында 1,94 миллион квадрат мерт майҙанда йәшәгән 126,3 мең кеше күсерелергә тейеш. Федераль проектта ошо маҡсатта 70,75 миллиард һум ҡаралған.
Бынан тыш, Волга буйы федераль округында былтыр 11,4 мең күп фатирлы йорттар ремонтланған, 1,6 миллиондан ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, 2019 йыл менән сағыштырғанда 300 мең кешегә күберәк, шулай уҡ 3110 йәмәғәт һәм ихата биләмәләре төҙөкләндерелгән. 2019 – 2020 йылдарҙа бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүгә өлгәшкән 19 проект тормошҡа ашырылған. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 2,9 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Һуңғы биш йылда 731 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртыу өсөн концессияға тапшырылған.
Кәңәшмәлә округ төбәктәренең административ үҙәктәре башлыҡтары тәжрибә менән уртаҡлашты һәм тәҡдимдәрен индерҙе.
Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров федераль законды үҙгәртеү буйынса ике тәҡдим белдерҙе. Уның фекеренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ремонт һәм төҙөлөш менән шөғөлләнгән предприятиелар НДС һалымынан азат ителергә тейеш, был бизнесҡа финис ауырлыҡты кәметеүгә генә түгел, шулай уҡ халыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләү мәсьәләһенә лә ҡағыласаҡ. Ул эсәр һыуҙы камиллаштырып ҡулланыу мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Артабан кәңәшмәлә ғәмәлдә булған милли проекттар сиктәрендә таушалған инфраструктураны реконструкциялауға өҫтәмә бюджет аҡсаһы бүлеү тәҡдим ителде һәм башҡа бик күп мәсьәләләр ҡаралды.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас