Иҡтисад
10 Март 2021, 11:15

Тәүгеләрҙән хәләл сертификат алдылар

“Уфанет” компаниялар төркөмөнә ҡараған HOME 4К телеканалы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән Хәләл-сертификат алған.

“Уфанет” компаниялар төркөмөнә ҡараған HOME 4К телеканалы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән хәләл сертификат алған. Был артабан телекомпанияға Ислам ҡанундары буйынса йәшәгән илдәрҙә эшләргә мөмкинлек бирәсәк.
“Уфанет” компанияһының эшмәкәрлек географияһы киң. Улар 28 ил менән хеҙмәттәшлек итә.
- Әлеге сертификат сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә һәм мосолман илдәре менән бәйләнеште нығытырға ярҙам итәсәк. Яңыраҡ беҙ каналдарҙа алып барыу телдәрен алтауға еткерҙек. Хәҙер тапшырыуҙарҙы ғәрәп, ҡытай, инглиз, француз, испан һәм рус телдәрендә ҡарарға була, - ти компанияның генераль директоры Ирина Шленкина.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны.
- 2020 йыл бөтә донъя өсөн һынау булды, пандемия халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, экспорт һәм конгресс эшмәкәрлегенә ҙур йоғонто яһаны. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы, экспорт буйынса һынатманы. Экспорт менән шөғөлләнгән компанияларға ярҙамға йүнәлтелгән “Тиҙ экспорт ярҙамы” тип аталған үҙенсәлекле проект эш башланы. Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеге асылыуын оло ҡаҙаныш тип һанайым. Быйыл Ҡаҙағстанда вәкиллек асыу планлаштырылған. Халыҡ-ара ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш ойошторорға, республикала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының вәкиллеген асыу бурысы тора, - тине Рөстәм Моратов.
Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса, Башҡортостандың сит илдәр менән сауҙа әйләнеше дүрт миллиард доллар тәшкил иткән. Экспортҡа 3,1 миллиард долларлыҡ тауар сығарылған. Энергияға бәйле булмаған экспорт күләме 1,9 миллиард доллар тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 23-сө, Волга буйы федераль округы буйынса бишенсе урында килә. Былтыр Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан, Беларусь, Корея, Нидерланд, Финляндия, Германия, Мальта, Үзбәкстан илдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәнбеҙ.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Маргарита Болычева “Башҡортостанда эшләнгән” брендын үҫтереү буйынса алып барылған эш тураһында ентекләп һөйләне. Брендтың махсус порталында үҙ тауарҙарын 37 ойошма күрһәткән.
Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас