Иҡтисад
10 Март 2021, 15:25

Юлдар ҡараулы булһа, абынмаҫбыҙ

Бөгөн иң ҙур борсолоу тыуҙырғаны – Урал аръяғы райондары халҡының юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса мөрәжәғәттәренең күплеге.

Башҡортостан Хөкүмәтендә юл буйы сервисы һәм соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса көнүҙәк мәсьәләләргә арналған кәңәшмә үткәрелде.
Сара видеоконференция режимында уҙҙы, уны Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Лилиә Монасипова билдәләүенсә, былтыр бюджет-ара трансферттар күләме 10 миллиард 371 миллион һум тәшкил иткән, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан – 2 миллиард 147 миллион һум. Шуның 97,5 проценты маҡсатлы эшкә тотонолған. Шул уҡ ваҡытта 44 муниципалитет улар өсөн бүленгән бюджет-ара трансферттарҙы 100 процент үҙләштергән.
Андрей Назаров видеоконференция режимында был эш буйынса артта ҡалған муниципалитеттар етәкселәре менән һөйләште һәм аҙна аҙағына саҡлы мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская граждандарҙың юл торошо буйынса мөрәжәғәттәренә анализ яһаны. Бөгөн иң ҙур борсолоу тыуҙырғаны – Урал аръяғы райондары халҡының юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса мөрәжәғәттәренең күплеге. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов техниканы иң ҙур зыян күргән урындарға ебәрергә әҙер булыуҙары хаҡында белдерҙе.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас