Иҡтисад
11 Марта 2021, 06:30

Андрей Назаров: “Башҡортостан лидер булырға тейеш”

Ошо көндәрҙә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы коллегияһы ултырышы булды.

Ошо көндәрҙә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы коллегияһы ултырышы булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был турала яҙып сыҡты.
“Иҡтисади үҫеш министрлығының йыллыҡ коллегияһын үткәрҙек. Әйтергә кәрәк, хәл насар түгел. Элек проблемалыраҡ булған тармаҡтарҙа ла быйыл инвестиция йәһәтенән үҫеш тәьмин итә алдыҡ. Әле һандарҙы килтереп тормайым, кемгә ҡыҙыҡ, Хөкүмәттең сайтынан ҡарарға мөмкин. Бына, мәҫәлән, ауыл хужалығын алайыҡ. Беҙҙең аграр өлкәлә килем тотороҡло, бизнес быны тойҙо һәм әүҙем инвестиция һала башланы – һөт эшкәртеүгә лә, ит малсылығына ла, игенселеккә лә. Башҡа өлкәләрҙә лә уңыштар бар.
Быларҙың барыһы ла беҙгә инвестиция йәһәтенән ыңғай динамикаға эйә булған төбәктәр иҫәбенә инеү мөмкинлеген бирҙе. Резервтың байтаҡ өлөшөн беҙ былтыр бизнесҡа мәшғүллек өлкәһенә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлттек. Уның файҙаһы булыр, әлбиттә, тик ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына. Әүҙемлекте кәметергә ярамай. Киләһе айҙар көсөргәнешле булмаҡсы. Әйткәнемсә, тап әле артабан алдынғылыҡты яҡлап ҡала алыу-алмауыбыҙ билдәләнә.
Бындай хәлдә консерватив – һаҡлыҡ – позицияһында ҡалыу үҙебеҙҙе киләсәктә оҙайлы төшөнкөлөккә дусар итеү тигәнде аңлата. Был юл беҙҙең өсөн түгел. Шул уҡ ваҡытта хәлде хәүеф аҫтына ҡуйырға ла ярамай. Был бит бизнес түгел, үҙебеҙҙең аҡсаны тотонмайбыҙ. Бында дәүләт аҡсаһы һалынған. Шуға күрә быйыл һәм киләһе йыл Хөкүмәткә алтын урталыҡты табырға тура киләсәк. Бурыс ябай түгел, ул бөтә көстө туплауҙы әм аныҡ иҫәп-хисап талап итә.
Дөйөм алғанда, стратегик маҡсаттар үҙгәрешһеҙ ҡала. Беҙ республиканы йәшәү өсөн иң уңайлы төбәк итергә тейешбеҙ. Бының өсөн ҡеүәтле иҡтисад кәрәк. Уны инвестор менән һөҙөмтәле эш иҫәбенә генә тәьмин итергә мөмкин. Тимәк, был йәһәттән Башҡортостан лидер булырға тейеш”, – тине ул.
Фото: facebook.com
Читайте нас