Иҡтисад
11 Март 2021, 16:40

Ғайса Янбаев эшҡыуарҙар мәнфәғәтен хәстәрләй

Бөгөн Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тыуған көнөн билдәләй. Уны ихлас ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тыуған көнөн билдәләй.
Уны беҙ ҙә, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре, күркәм байрамы менән ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бөтә маҡсат-проекттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Проект тигәндән, Ғайса Ғилметдин улы “Бәйләнештә” селтәрендә “Проект инициаторы һарыҡ үрсетергә уйлай” тип һөйөнөсө менән бүлеште.
"Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н үткәрҙем, ултырышта һарыҡ үрсетеү буйынса ауыл хужалығы проекты ҡаралды, – тигән ул. – Ырыҫҡоловтар ғаиләһе һарыҡсылыҡҡа тотонорға ҡарар иткән. Бының өсөн улар ялан кәртә төҙөргә, техника һатып алырға теләй, һыу үткәрергә ниәтләй, биләмәне төҙөкләндермәксе. Ғаилә был проектты 2021-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырырға хыяллана, үҙ сиратында ике кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ырыҫҡоловтар “Агростартап” программаһы нигеҙендә крәҫтиән (фермер) хужалығын үҫтереү маҡсатында грант алыу конкурсында ҡатнашасаҡ.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас