Иҡтисад
11 Март 2021, 14:45

Эшкә йомғаҡ яһалды, бурыстар билдәләнде

2024 йылға Башҡортостанда төп капиталға йыллыҡ инвестиция күләмен 650 миллиард долларға еткереү планлаштырыла.

2024 йылға Башҡортостанда төп капиталға йыллыҡ инвестиция күләмен 650 миллиард долларға еткереү планлаштырыла. Былтыр был күрһәткес 366 миллиард һум самаһы булған.
Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы коллегияһының 2020 йыл йомғаҡтарына һәм быйылға бурыстарға арналған ултырышында ошондай мәғлүмәт яңғыраны.
“Уҙған йыл ҙур заман һынауҙары менән осраштыҡ. Әммә беҙ тупланып, үҙ иңебеҙгә алған социаль йөкләмәләрҙе үтәнек. Бизнесҡа ярҙам сараларының ике пакетын төҙөнөк. Шулай уҡ Көрсөккә ҡаршы штаб һәм Хәл-шарттар үҙәге эшен ойошторҙоҡ. Һөҙөмтәлә Башҡортостан инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән ыңғай динамика тәьмин ителгән бик һирәк төбәктәрҙең береһенә әүерелде. Был күрһәткес беҙҙә 100 процент тәшкил итте. Ҡайһы бер йүнәлештәрҙә республикала ярайһы уҡ ҙур үҫеш күрһәтте”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов тармаҡта башҡарылған эш тураһында һөйләне. Ғилми-тикшеренеү финанс институты етәксеһе Инна Рычкова Евразия иҡтисади үҙәген ойоштороу буйынса мегапроектты тормошҡа ашырыу өҫтөнлөктәре хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Удмурт Республикаһының иҡтисад министры Михаил Тумин ошо проектта Удмурт Республикаһының ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында хәбәр итте.
Ултырышта шулай уҡ “Геоскан” компаниялар төркөмө генераль директоры урынбаҫары Олег Горбунов, ГПЧ милли үҙәгенең генераль директоры Павел Селезнев һәм башҡалар сығыш яһаны.
Коллегия ултырышында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас