Иҡтисад
11 Март 2021, 18:50

Француздар экспортҡа бал етештерә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе.

11 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуын иҫәпкә алып, Инвестиция комитеты ултырыштары туранан-тура уҙғарыла башлай.
Ултырышта Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы директоры урынбаҫары Дмитрий Кушнирович төҙөлөш тармағы өсөн сайдинг, ҡыйыҡ һәм фасад материалдары етештереү башланғысын тәҡдим итте. Инвестиция проектына Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы заем йәлеп итеү һәм өҫтөнлөклө статус биреү рәүешендә ярҙам күрһәтеләсәк.
Франция инвесторҙары Патрик Хоффман һәм Антуан Менделовичи республикала умартасылыҡ өлкәһендә күләмле проектты тормошҡа ашырмаҡсы. Атап әйткәндә, Башҡортостанда 30 мең күстән торған етештереү базаһы булдырыу, халыҡ-ара аккредитацияға эйә булған бал сифатын билдәләү лабораторияһы асыу, шулай уҡ йылына ете мең тоннаға тиклем халыҡ-ара экспортҡа йүнәлтелгән бал продукцияһы етештереү тураһында һүҙ бара. Бынан тыш, бизнесмендар бал ҡорттарының башҡорт популяцияһы генетикаһын һаҡлау, республика балы брендын танытыу йәһәтенән эш алып барырға ниәтләй. Инвестицияның дөйөм күләме – 3,8 миллиард һум.
Республикала проектты ғәмәлгә индереү өсөн “Би Хэппи” (“Бәхетле бал ҡорто”) компанияһын теркәп, эштең төп йүнәлештәрен һәм этаптарын билдәләгән юл картаһын төҙөнөләр.
Тәүге умарталыҡтарҙы Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында урынлаштырыу күҙаллана. Производствола 160 яңы эш урыны булдырыла. Бал продукцияһын эшкәртеү заводы һәм күргәҙмә үҙәге Өфөлә урынлаша. Республика Башлығы Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ошо эштә булышлыҡ итергә ҡушты.
“Башуралремстрой” компанияһы Иглин районында юл буйы сервисы проектын тормошҡа ашырырға планлаштыра. Ул М-5 “Урал” федераль юлында кафе, ҡунаҡхана, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү пункты, туҡталҡа һәм автосервис кеүек объекттарҙы үҙ эсенә ала.
“Гласс Сити” компанияһының генераль директоры Александр Гавриличев Благовещен районындағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә ПВХ һәм алюминдан төҙөлөш конструкциялары сығарыу заводы проектын тәҡдим итте. Уны “Благовещен” индустриаль паркы резиденттары иҫәбенә индерҙеләр.
Учалы районында таш сығарыу һәм эшкәртеү буйынса технологик комплексты яңыртыу тураһында “УралТаш” компанияһының генераль директоры Сергей Большаков һөйләне. Компанияның “Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү”, “Башҡорт ихаталары”, “Уңайлы мөхит”, “Минең урам” федераль һәм республика программалары буйынса ҡала, ауылдарҙы төҙөкләндереү конкурсында ҡатнашыуы күҙаллана.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас