Башҡортостандың Ауыл хужалығы кооперацияһы һәм фермерлыҡты үҫтереү өлкәһендәге компетенция үҙәгендә 2020 йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән илдә яңы ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса алдынғылыҡты яулай.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһын ойоштороу һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” төбәк проекты буйынса былтыр ауыл хужалығында 2147 пайсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына йәлеп ителгән, республикала 52 яңы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы барлыҡҡа килгән. Йыл аҙағына алты меңдән ашыу пайсы ингән 356 ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән. Сауҙа селтәрҙәренә һәм баҙарға 81 кооперативтың әҙер тауары сығарылған.
Мәғлүм булыуынса, Компетенция үҙәге “Агростартап” программаһында 68 еңеүсегә килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, отчеттар төҙөү йәһәтенән ярҙам күрһәтә.