Иҡтисад
12 Март 2021, 05:24

Эшлекле ваҡиғалар миҙгеле башланды

Өфөләге “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалығының яҙғы форумы эшен тамамланы. Өс көн барған йыйында Волга буйы федераль округының иң ҙур тармаҡ майҙансығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерҙеләр.

Өфөләге “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалығының яҙғы форумы эшен тамамланы. Өс көн барған йыйында Волга буйы федераль округының иң ҙур тармаҡ майҙансығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерҙеләр.


Йыйынды ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығы, Башҡортостан күргәҙмәләр ком­панияһы. Форумда “Төҙөкләндереү. Уңайлы мөхит”, “Инженерлыҡ селтәрҙәре. Яҡтыртыу техникаһы” күргәҙмәләре эшләйәсәк. Бөгөн ошо уҡ майҙансыҡта “Йортҡа идара итеүсе” республика форумы ла уҙғарылды.


– Яҙ яҡынлашты һәм республикабыҙҙа эшлеклелектең йәнләнеүе күҙәтелә. Бөгөнгө форум – шуның асыҡ миҫалы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – Рәсәй иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе, уның электән килгән һәм бөгөнгө проблемаларын хәл итеү өсөн масштаблы программалар тормошҡа ашырыла, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, форумды асыу тантанаһында тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап.


Сара беренсе тапҡыр гибрид форматта үткәрелә – унда ҡатнашыусылар үҙҙәре лә килергә мөмкин, онлайн режимда ла күҙәтеп бара ала.

Яҙғы форумдың тәүге көндәрендәге пленар ултырыш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу” тип атала. Уның модераторы – Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев. Күргәҙмәләрҙә Мәскәү ҡалаһы, Татарстан һәм Сыуашстан ҡатнашты. Шулай ҙа саралағы эшлекле даирәләрҙең күбеһе – Өфө, Ишембай, Нефтекама, Благовещен, Туймазы, Учалы, Белорет, Сибай, Баймаҡ ҡалалары һәм райондарынан. Форумдың эшлекле сараларында Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты ла әүҙем ҡатнашты, ул бер нисә семинар һәм түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.


Экологик форумдың төп сараһы – “Тотороҡло үҫеш һәм киләсәк экологияһы: тенденциялар һәм заман талаптары” тигән стратегик сессия. Унда Рәсәйҙең экологик йәмғиәте рәйесе Рәшиҙә Исмаилова, Рәсәй Тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығы эксперттары, ҙур сәнәғәт компаниялары етәкселәре ҡатнашты.


Форумдың аҙаҡҡы көнө йәмәғәт советтарының һәм милекселәрҙең йортҡа идара итеүҙәге роленә бағышланды. Форум ошо һөнәр кешеләренең генә иғтибарын йәлеп итеп ҡалманы, программала йәмәғәтселек хәрәкәттәре, экологик хәрәкәттәр һәм мәғариф майҙансыҡтары, “Йәш урбанист-эколог” проектының исем туйы ла булды.


Фото: vdnh.bvkexpo.ru
Читайте нас