Иҡтисад
12 Март 2021, 15:30

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Бөгөн Хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эш төркөмөнөң беренсе ултырышы булды.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Урал тау-металлургия компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Козицын Хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эш төркөмөнөң беренсе ултырышын үткәрҙе.
Осрашыу башында республика етәксеһе компания етәкселегенә холдинг предприятиелары Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән һәм бизнестың юғары социаль яуаплылығы өсөн рәхмәт әйтте. Андрей Козицын республика етәкселегенең әүҙем позицияһы һәм күрелгән ярҙам саралары һөҙөмтәһендә Урал тау-металлургия компанияһы предприятиеларының артабанғы үҫеш өсөн ҙур ҡеүәткә эйә булыуы тураһында хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, Башҡортостанда 2021 йылға компанияның инвестиция программаһы 18 миллиард һум кимәлендә баһалана, йәғни былтырғы күрһәткескә ҡарағанда икеләтә тиерлек юғарыраҡ.
Холдинг менән артабан да үҙ-ара эш итеүҙең төп йүнәлештәренә республика Башлығы “Сибай – Һары” тимер юлын һалыуҙы, компанияның яңы сәнәғәт объекттарында энергияны һаҡлауҙы, уның социаль башланғыстарҙа ҡатнашыуын индерҙе.
Артабан осрашыуҙа ҡатнашыусылар Сибай байыҡтырыу фабрикаһының эш перспективаһы, “Башҡорт баҡыры” компанияһы объекттары өсөн “Маҡан – Подольск” газ үткәргесен һалыу, Урал аръяғында “Сибай – Һары” тимер юлын төҙөү проектын тормошҡа ашырыуҙың финанс-иҡтисади моделе буйынса фекер алышты.
Сараның аҙағында Башҡортостан Башлығы һәм Урал тау-металлургия компанияһы етәксеһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Радий Хәбиров күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Андрей Козицынды Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас