Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың Яҙғы форумына ярашлы үткән “Төҙөкләндереү. Уңайлы мөхит” һәм “Инженер системалары. Яҡтылыҡ техникаһы” тип аталған күргәҙмәләр экспозицияһын ҡарап сыҡты.
Күргәҙмәләрҙә Мәскәү, Татарстан, Сыуашстан, республиканың ҡала һәм райондары компаниялары ҡатнаша. “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында улар биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн яңы материалдар, технологиялар тәҡдим итте. Унда спорт, уйын майҙансыҡтары өсөн ҡорамалдар, урам япмаларының заман төрҙәре, яҡтыртыу системалары, бәләкәй архитектура формалары, эскәмйәләр, кәртәләр һәм башҡалар бар.
Ҡайһы бер компаниялар инженер системалары һәм ҡорамалдар, шулай уҡ “аҡыллы йорт”тар өсөн технологиялар тәҡдим итте. Улар коммуналь ресурстар менән һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеге бирә, мобиль интерфейстар даими мониторинг өсөн ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта йорт иҫәп ҡорамалдарын ҡуйыу сығымдары бер йыл эсендә үҙен аҡлай, ә авария хәлендә тиҙ арала эш итеү сәбәпле бушҡа ағыу һәм юғалтыуҙар бөтөнләй юҡҡа сыға.
Ошоноң кеүек технологияларҙы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторҙары ла тәҡдим итте. Мәҫәлән, “Эко-Сити” компанияһы онлайн-сервистар ярҙамында бөтә хеҙмәтләндереү биләмәһендә сүп-сар ташыу машиналары эшен контролдә тота. Ә “Полимак” предприятиеһы төбәк етәксеһенә ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар полигондарын рекультивациялау өсөн продукция өлгөләрен күрһәтте.
Балаларҙың экология-биология үҙәге юғалған эттәр өсөн ваҡытлыса приют, йорт ҡыйыҡтарында туҡталҡа майҙансыҡтарын ойоштороу һәм урам буйындағы ял парктарында уҡыу зоналарын булдырыу проекттарын тәҡдим итте.
– Тышта уҡыу – һәйбәт идея. Мин юғары уҡыу йортона инеү имтихандарына әҙерләнгән саҡта паркта эскәмйәлә шөғөлләнгәйнем. Бигүк уңайлы булманы. Һеҙҙең идея тураһында уйларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.