Иҡтисад
13 Март 2021, 04:30

Дәүләт ярҙамы менән үҫешкә өлгәшкәндәр

Уның продукцияһы “Магнит”, “Ашан”, “Пятерочка”, “Окей” кеүек ҙур сауҙа селтәрҙәре аша һатыла.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү агентлығының Төбәк гарантиялар фонды “Пищепром” акционерҙар йәмғиәтенә (Бүздәк консервалар комбинатына) поручитель булды. Дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә ойошма 26 миллион һумлыҡ кредит йәлеп итте. Уны әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға йүнәлттеләр.
2018 йылдан “Пищепром” үҙенең етештереү ҡеүәттәрен киңәйтә, производствоны техник яҡтан яңырта башлай. Был продукция ассортиментын һәм күләмен арттырыу мөмкинлеген бирә. Әле унда 220-гә яҡын кеше эшләй. Продукция илдең “Магнит”, “Ашан”, “Пятерочка”, “Окей” һәм ошолар кеүек башҡа ҙур сауҙа селтәрҙәре аша һатыла.
Мәғлүм булыуынса, Төбәк гарантиялар фонды Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙамы күрһәтә. Йүнселдәр үҙҙәренең залог аҡсаһы етмәгән осраҡта ла дәүләттең поручителлеге менән кредит алыу мөмкинлегенә эйә.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас