Күмертау ҡалаһына эш сәфәре барышында республика Башлығы «МПП-Күмертау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Унда BUDI BASA брендлы йомшаҡ уйынсыҡтарға төрлө кейем комплекттары, аксессуарҙар етештерелә.
2019 йылда «МПП-Күмертау» йәмғиәте "Күмертау" социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты булған. Былтыр предприятие 513,5 квадрат метр майҙанда производство йәйелдереү өсөн бина алған. Унда капиталь ремонт үткәргәндәр, кәрәкле тегеү ҡоролмалары һатып алынған. Пандемия ваҡытында барлығы 40 яңы эш урыны барлыҡҡа килһә, әле штатты икеләтә арттырыу ҡарала.
Республиканың еңел сәнәғәтенә дәүләт ярҙамы программаһына ярашлы, «МПП-Күмертау» йәмғиәте тегеү ҡоролмалары һатып алыу өсөн субсидияға эйә булған.
"Иҫ киткес: Мәскәүҙәге "Шереметьево" аэропортының бизнес-залдарында осратырға мөмкин булған иң популяр брендлы йомшаҡ уйынсыҡтар беҙҙә, Күмертауҙа, сығарыла, - тине республика Башлығы. - Күренеп тора, предприятие артабан да үҫешергә әҙер".