Күмертау ҡалаһына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров "Күмертау" социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең тағы бер резидентында - "Баш-Деним" предприятиеһында булды.
Ойошма балалар һәм үҫмерҙәр өсөн LIGAS бренды аҫтында джинсы әйберҙәр, шулай уҡ төрлө махсус кейемдәр тегә. Коронавирус пандемияһы осоронда йәмғиәтте битлектәр, бер тапҡыр ҡулланыла торған һаҡланыу костюмдары менән тәьмин иткән. Компания 18 йылға яҡын Краснодарҙа эшләгән, 2019 йылда "Күмертау" социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә үҙ резидентын булдырған. Былтыр ошо ҡалала ҡуртымға бина алып, унда теген цехы асҡандар. "Инвестиция сәғәте"ндә проект уңышлы яҡланып, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкәндәр. Эштең дөйөм хаҡы - 30 миллион һум, ул ике йылда тормошҡа ашырыласаҡ, яңы 30 хеҙмәт урыны булдырыу ҡаралған.
"Баш-Деним" продукцияларын Rich Family федераль селтәре гипермаркеттарында, Wildberries интернет-магазинында һатып алырға мөмкин. Киләсәктә балалар һәм үҫмерҙәр кейемдәрен йылына 60 мең тегеү планлаштырыла.
- Мин һәр саҡ республикабыҙҙа джинсы кейемдәр тегелеүен теләй инем. Һәм бына ошо хыял да тормошҡа аша, - тине Радий Хәбиров. - Бының өсөн икенсе төбәктәрҙән перспективалы егеттәрҙе ҡайтарҙыҡ. Еңел сәнәғәтте үҫтереү буйынса республика программаһына ярашлы, уларға бар яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ.