Иҡтисад
15 Март 2021, 18:15

Башҡортостан – алда!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың милли проекттар буйынса уңышын билдәләне.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы.
“Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында әллә күпме һөйләргә мөмкин. Әммә төбәк Башлығы Радий Фәрит улының әйтеүенсә, иң мөһиме – таблолағы иҫәп. Һәм бөгөн ошо иҫәп – беҙҙең файҙаға. Башҡортостан Рәсәй төбәктәрен милли проекттар контексында иҫкә алыу рейтингында беренсе тапҡыр алда бара.
Айырым алғанда, республикабыҙ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар һаны буйынса планды арттырып үтәне, тип хәбәр итте киң мәғлүмәт саралары. Тағы беҙҙең “Фән” милли проекты буйынса Милли технология башланғысы түңәрәктәр хәрәкәте селтәрен ойоштороу буйынса пилот төбәк булыу ихтималлығыбыҙ хаҡында ла яҙҙылар. Шулай уҡ башҡорт етештереүселәре 2020 йылда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы 35 миллион долларлыҡ экспорт килешеүе төҙөнө.
Бында министрлыҡтарҙың ҡаҙанышы ҙур. Улар һөҙөмтәле эшләп кенә ҡалмай, ошо хаҡта һөйләй ҙә белә. Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларына ҡыҙыҡһыныу белдергән өсөн рәхмәт. Хөкүмәт эшмәкәрлеген киң яҡтырталар. Һөҙөмтәлә был илдә яҡшы һиҙелерлек һөҙөмтә бирә”.
Фото: Фейсбук.
Читайте нас