Башҡортостандағы Кире бәйләнеш платформаһы эше буйынса тәжрибәне тотош илгә таратасаҡтар.
Республикала йәшәгәндәрҙең мөрәжәғәттәре барған “Инцидент-менеджмент” системаһынан тыш, Башҡортостан Республикаһында “Кире бәйләнеш платформаһы”на мөрәжәғәт итергә йәки унда һорау ҡалдырырға мөмкин. “Кире бәйләнеш платформаһы” – дәүләт хеҙмәттәре базаһындағы проект. Әйткәндәй, уға илдәге барлыҡ төбәктәр ҙә ҡушыласаҡ. Ә Башҡортостан был платформала 2020 йылдың мартынан эшләй. Башта ул “Дәүләт хеҙмәттәре. Ялыуҙар” тип атала ине. Быйыл марттан ул “Дәүләт хеҙмәттәре. Барыбыҙ ҙа хәл итәбеҙ” тип атала.
“Кире бәйләнеш платформаһы” эше барышында 17336 кешенең хәбәре ҡаралған. Бик күп мөрәжәғәттәрҙе система Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында теркәгән. Уларҙың күбеһе – 3-тән 7 йәшкә тиклемге пособиелар менән бәйле һорауҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Кире бәйләнеш платформаһы ”Һанлы дәүләт идара итеүе” милли проекты сиктәрендә РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләнгән.