Иҡтисад
15 Март 2021, 17:45

Кадастр хаҡын анализларға ҡушылды

2019 йылдан 2021 йылға тиклем 1,8 мең ер участкаһы буйынса хаҡ дөрөҫлөккә тап килмәй тип табылған.

2019 йылдан 2021 йылға тиклем Башҡортостандың Юғары судында 1,8 мең ер участкаһы буйынса хаҡ дөрөҫлөккә тап килмәй тип табылған.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров урындағы үҙидара органдарына ҡуйылған кадастр хаҡына анализ яһарға һәм күсемһеҙ милектең төрлө төрҙәре өсөн иҡтисади йәһәттән нигеҙле ставкалар ҡуйырға ҡушты.
"Кадастр хаҡын күтәргәндә граждандарға һәм эшҡыуарлыҡҡа һалым йөкләмәһе арта. Һалым йөкләмәһенең нигеҙһеҙ үҫеше эшҡыуарлыҡты конкурентлыҡҡа һәләтһеҙ яһай. Был иһә ил иҡтисадына кире тәьҫир итә һәм социаль көсөргәнеште арттыра", – тине Андрей Назаров. Ул тағы Хөкүмәттең һәм урындағы үҙидараның мәсьәләһе – бюджеттың килем базаһын һөҙөмтәле формалаштырыуҙы тәьмин иткән һәм эшҡыуарлыҡҡа отошло булған һалым, ҡуртым ставкалары нигеҙендә кадастр хаҡын ҡабул итеү, раҫлау икәнлеге хаҡында әйтте.
"Кадастр хаҡын юҡҡа сығарыу күберәк Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекама, Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларына тура килә, – тип белдерҙе ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Социаль көсөргәнеште кәметеү өсөн урындағы үҙидара органдарына күсемһеҙ милек объекттарына ҡуйылған кадастр хаҡын анализларға, уларҙы муниципаль депутаттар советтарына раҫлауға тәҡдим иткәндә төрлө күсемһеҙ милек объекттарына һалым ставкаларын, шул иҫәптән ҡуртым хаҡы күләмен, коэффициентты закондар аналогына үҙгәрештәрен файҙаланыуҙы иҫәпкә алып, үткән осорға ҡарата уның суммаһы һалымының үҫеше ун проценттан арттырмай, иҡтисади йәһәттән нигеҙләнгәнен эшләргә тәҡдим итәм".
Фото: республика Хөкүмәте.
Читайте нас