15 мартта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән онлайн-кәңәшмәлә юл буйы сервисы мәсьәләләре ҡаралды.
"Быйыл беҙгә юл буйы сервисының 100-ҙән ашыу объектын төҙөргә һәм булған 100-өнә реновация үткәрергә кәрәк", – тине Андрей Назаров. Кәңәшмәлә өс мөһим мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың беренсеһе – юл буйы сервисы өлкәһендә ҡушылғандарҙы үтәү графигы. Ул өс блоктан тора.
"Ҡушылғандарҙың беренсе блогы республикалағы юл буйы сервисының системалы эшен үҙ эсенә ала: Инвестиция картаһында үҫеш генераль схемаһын формалаштырыу һәм мәғлүмәтте урынлаштырыу, дәүләт ярҙамы буйынса норматив-хоҡуҡи акттарҙы әҙерләү, объекттарҙы заманлаштырыу буйынса эш һәм инвесторҙар менән эшләү. Икенсе блок – модуль конструкцияларҙан юл буйы сервисы объекттарын ҡуйыу. Өсөнсө блок – “Инвестсәғәт”тә ҡаралған һәр проект буйынса һөҙөмтәле эш", – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Бынан тыш, Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан республиканың юл буйы сервисы инфраструктураһын әҙерләү маҡсатында юл буйы сервисы объекттарын ойошторғанда модуль конструкцияларҙы файҙаланыу мәсьәләһе лә ҡаралды.
Фото: республика Хөкүмәте.