2021 йылдың ғинуарында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади әйләнеше 192,9 миллион доллар тәшкил иткән, был былтырғы йыл күрһәткестәренән 5,3 процентҡа юғарыраҡ. Шул уҡ ваҡытта экспорт 12,8 процентҡа артҡан һәм 155,7 миллион доллар, импорт 17,6 процентҡа кәмегән һәм 37,2 миллион доллар тәшкил иткән. Был мәғлүмәттәрҙе Волга буйы таможня идаралығы килтерә.
– Пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлешенә әйләнгәйне. Республика иҡтисады тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн беренсе һәм икенсе пакет ярҙам саралары арҡаһында беҙ быйыл ғинуарҙа, былтырғы йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, әле пандемияға тиклемге күрһәткестәр буйынса, тышҡы тауар әйләнешенең 5,3 процентҡа артыуын билдәләйбеҙ. Экспорт 12,8 процентҡа артты һәм 155,7 миллион доллар тәшкил итте, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева белдереүенсә, Башҡортостан - экспортерҙар өсөн өс төр субсидия индергән берҙән-бер төбәк. Был: сит илгә тауарҙы ташыу өсөн, халыҡ-ара сертификатлау өсөн һәм “экспорт кэшбегы”.
– 2021 йылдың феврале һөҙөмтәләре буйынса, шулай уҡ экспорт күрһәткестәренең артыуы көтөлә, был тауар декларацияларын тултырыу тәртибенә индерелгән үҙгәрештәргә бәйле. Тимәк, экспортсы компаниялар таможня декларацияһын тултырған саҡта тауарҙы етештереүсе тураһында мәғлүмәтте тәҡдим итә аласаҡ. Был алым экспорт статистикаһын иҫәпләгән саҡта Башҡортостанда етештерелеп тә, илдең башҡа төбәгенән экспортҡа ебәрелгән тауарҙы иҫәпкә индерәсәк, – тине Маргарита Болычева.
Шул уҡ ваҡытта 2021 йылдың ғинуар айындағы тышҡы тауар әйләнеше 2019 йылдың ошо уҡ ваҡытынан 15,8 процентҡа юғарыраҡ. 2019 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, экспорт 21,4 процентҡа артҡан, ә импорт 2,9 процентҡа кәмегән.
Быйыл ғинуарҙа Башҡортостандың тәүге ун контрагент илдәре исемлегенә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларусь, Төркиә, Үзбәкстан, Литва, Азербайжан, Греция, Нидерланд, Иран ингән. Был илдәр менән сауҙа әйләнеше 144 миллион доллар тәшкил иткән (дөйөм һандың 74,7 проценты).
Быйыл ғинуарҙа экспортҡа нигеҙҙә машина төҙөү тауарҙары (30,6%), яғыулыҡ-энергетика тауарҙары (21,7%), химия сәнәғәте һәм каучук (19,6%), аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал (11,6%), металдар һәм уларҙан әйберҙәр (7,1%), ағас һәм унан эшләнгән әйберҙәр (5,8%) ебәрелгән.
Һөҙөмтәлә, быйыл ғинуарҙа экспорт үҫеше барлыҡ тауарҙар төркөмө буйынса ла күҙәтелә: туҡыма әйберҙәр һәм аяҡ кейеме (41,1 процентҡа), аҙыҡ-түлек һәм сеймал (36,9 процентҡа), ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәр (35,4 процентҡа), машина төҙөү тауары (17,5 процентҡа), яғыулыҡ-энергетика тауарҙары (6,7 процентҡа), туҡыма, металдар һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр ике тапҡырға.
Башҡортостанда экспортҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү программалары “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.