Иҡтисад
16 Март 2021, 13:01

Ихлас хәстәрлек күрәләр

“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы районда ғына түгел, республикала ла иң күп һөт етештергән хужалыҡ булараҡ билдәле. АХК-ның Һамар, Покровка, Озерный фермаларында етештерелгән продукция юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора.

“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы районда ғына түгел, республикала ла иң күп һөт етештергән хужалыҡ булараҡ билдәле. АХК-ның Һамар, Покровка, Озерный фермаларында етештерелгән продукция юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора.


Оҙаҡ йылдар Алексей Кощеев етәкселек иткән Ф. Солтанова исемендәге Озерный фермаһы тотороҡло һәм ышаныслы эшләүе менән алдыра. Ферма мөдире әйтеүенсә, бөгөн бында 240 һауын һыйыр аҫрала. Көн һайын Магнитогорск һөт заводына был ферма малсылары етештергән 5,5 тонна продукция оҙатыла. Ошо базанан киткән һөт юғары сорт менән һатыла һәм ҡуйылығы 4,5 процент тәшкил итә икән.


Беҙ фермала булғанда мал аҙығы һәм аҙыҡҡа өҫтәмәләр етештереү менән шөғөлләнгән “Мустанг ашатыу технологияһы” компанияһы вәкиле Антон Ледовских менән ферма мөдире продукция алыуҙы тағы ла арттырыу өсөн рационды ҡайтанан ҡарау менән мәшғүл ине.


— Малсылыҡ алдына ҡуйылған бурыстарға өлгәшеү өсөн рационды тағы ниндәй өҫтәмәләр менән байытыу кәрәклеген ҡарайбыҙ, — тип аңлатма бирҙе Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан буйынса консультант Антон Ледовских.


Фирма вәкиле әйтеүенсә, ул комплекс етәксеһенә рацион тө­ҙөр­гә ярҙам итә, был юҫыҡта килеп тыуған башҡа төрлө мәсьә­ләләрҙе лә бергәләп хәл итәләр.


“Һыйырҙың һөтө — телендә” тигән әйтем көнүҙәклеген юғалт­май. Бында ла малдарҙы ашатыу етди иғтибар үҙәгендә тотола. Хужалыҡта әҙерләнгән бөтә мал аҙығы Һамар фермаһы базаһында һаҡлана.


— Көн һайын иртәнсәк унан килтерелгән мал аҙығы, аҙыҡ бутағыс аша үтеп, йәғни ваҡланып, болғанғандан һуң, малдарға һа­лына. Был яуаплы эш Тарас Кощеев иңендә: ул аҙыҡты бута­ғысҡа тейәй, унан һуң малдарға тарата, — тип һөйләй Алексей Константинович. — Киләсәктә хужалыҡ махсус машина һатып алһа, Һамарҙан мал аҙығы беҙҙең базаға тулыһынса әҙер көйө киләсәк.


Озерный фермаһында өсәр һауынсы сменалап вахтаға сыға, йәғни икешәр көн эшләп, икешәр көн ял итәләр. Ферма мөдире билдәләүенсә, машина менән һауыу операторҙары Гүзәл Ғи­бәҙәтова, Земфира Камалова, Фәүҡинур Сабитова, Зөлфиә Мөхәмәҙиева, Рөстәм Мулла­ғәлләмов һәм Анна Малахина, малсы Фәрит Яуынбаев – һәр ҡайһыһы үҙ эшенә намыҫлы, яуап­лы ҡараған эшселәр. Әйткәндәй, Анна Малахина – быйыл ғына Троицк ветеринария академияһын тамамлаған Магнитогорск ҡалаһы ҡыҙы. Билдәле булыуынса, тотош хужалыҡта, шул иҫәптән был фермала ла, эшселәр өсөн һәйбәт хеҙмәт һәм көнкүреш шарттары булдырылған. Ферма билә­мәһендә малсылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған ятаҡ бар. Малсылар әйтеүенсә, эш хаҡы ла зарланырлыҡ түгел.


— Уҙған айҙа бер нисә көн өҫтәмә ял алған һауынсыны алмаштырҙым. Уның ҡарауы, хеҙмәт хаҡым юғары булды, — тип яңылығы менән уртаҡлашты Земфира Камалова. — Фермала эш араһында ял итеү, ашарға әҙерләү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ял бүлмәһендә – йылы иҙән, газ плитәһе, микротулҡынлы мейес, һыуытҡыс... Автомат кер йыуыу машинабыҙ боҙолғайны, етәкселеккә әйтеүебеҙ булды, яңыһын шул уҡ көндә килтереп ултырттылар.


Быҙауларға тейешле һыйырҙар айырым базала аҫрала. Яңы тыуған быҙауҙарҙы фермала бер тәүлек тоталар ҙа, быҙауҙарҙы үҫтереүгә махсуслашҡан Һамарға оҙаталар. Был тәүлек эсендә уларға ыуыҙ һөтө эсерелә, ветеринар Александр Русин тейешле вакциналарҙы яһай. Үҫтерелгән үгеҙҙәр һимертеү өсөн Һамарҙан Үҙәк бүлексәгә килтерелһә, таналар кире Озерныйға ҡайтарыла.


Бында инде яһалма ҡасырыусы Венера Кощеева йәш таналарҙы ферманың төп көтөүенә индерә, шулай уҡ улар роботлаштырылған фермалағы малдар һанын ишәй­теү өсөн дә оҙатыла. Әйткәндәй, хужалыҡ фермаларының бөтәһен­дә лә малдарҙы яһалма ҡасырыу ысулы уңышлы ҡулланыла.


Әбйәлил районы.
Читайте нас