Иҡтисад
16 Март 2021, 12:44

Мал нисек ҡышланы?

Был һорауға яуап алыр өсөн Ҡыйғы районының “Әй” хужалығына юлландыҡ. Хужалыҡ гел үҫештә, яңы килем алыу юлдарын эҙләп, теге йәки был продукцияның етештереүсәнлеген арттырыу өҫтөндә ныҡлы эшләй. Күптән түгел бында бер һарайҙы төҙөкләндереп, һыйырҙарҙы бәйләмәй, үҙ иркендә тотоу өсөн ҡулайлаштыралар, “Елочка” тип аталған һауын аппаратын урынлаштыралар.

Был һорауға яуап алыр өсөн Ҡыйғы районының “Әй” хужалығына юлландыҡ. Хужалыҡ гел үҫештә, яңы килем алыу юлдарын эҙләп, теге йәки был продукцияның етештереүсәнлеген арттырыу өҫтөндә ныҡлы эшләй. Күптән түгел бында бер һарайҙы төҙөкләндереп, һыйырҙарҙы бәйләмәй, үҙ иркендә тотоу өсөн ҡулайлаштыралар, “Елочка” тип аталған һауын аппаратын урынлаштыралар.


Бында йәмғеһе 300 баш һыйыр малы тоталар, шуларҙың 240-ы – һауын һыйыр. Көнөнә бер баштан 7,7 килограмм һөт һауып алалар.

Оператор Руслан Фәтихов “Елочка” һауын аппаратының үҙенсәлеге тура­һында ентекләп һөйләне. Һарайҙағы бер бүлмәлә “Nerenta-5000” тип аталған танкер ҙа урынлаштырылған. Бында һөттө тейешле температураға тиклем һыуыталар. Был һыйырҙарҙы һауыу эшен автоматлаштырыу, етештереүсәнлекте арттырыу өсөн мөһим. Система һауынсыға ла, һыйырға ла уңайлы итеп эшләнгән. Һөт ағыҙыу үткәргесе лә юғары сифатлы, вакуумы һәйбәт, эште та­мамлағас, йыуыуы ла ауыр түгел. Махсус йыһазландырыу ярҙамында һыйырҙың күпме һөт биргәне, уның сифаты, малдың һаулығы тураһында тулы мәғлүмәт алып була. Бөтә һауын һыйырҙарҙы хеҙмәтләндереүгә ике оператор етә. “Илфат Дилмөхәмәтов менән алмашлап эшләйбеҙ”, – тине Руслан Фәтихов.
Хужалыҡ етәксеһе Азат Нотфуллин билдәләүенсә, һөттөң ҡуйылығы 4,7 процентҡа етә. Былтырғы күрһәт­кестәргә ҡарағанда, был күпкә юғарыраҡ. Иң һөтлө һыйырҙан 20 литр һауып алалар.
– Һөттөң сифаты ла, күләме лә байтаҡҡа артты. Төҙөкләндереү, яңы йыһаз менән тәьмин итеүҙең кәрәкле һәм ваҡытында эшләнгән аҙым икәнле­ген күрһәткестәр, һандар дәлилләй, – ти ул.
Хужалыҡ һөттө “Янғантау” шифа­ханаһына килограмын – 22 һумға, Һатҡы һөт комбинатына 21,5 һумға оҙата.

Ферманың яңырыуына айырыуса һауынсылар ҡыуана.
– Бер юлы 16 һыйырҙы һауабыҙ. Бер аҙна эсендә малдар яңы һауын аппаратына өйрәнде. Өс сәғәт эсендә эште тамамлайбыҙ, – тип һөйөнә Филизә Мөхәметдинова. Уның хеҙмәт­тәштәре Венера Зиннәтуллина менән Эльза Ғәйнуллина, “һыйыр малын ҡарау күпкә еңелләште”, ти.

Фермала малды төркөмдәргә бүлгәндәр.
– Беренсе төркөмдә юғары етеш­тереүсәнлеге менән айырылып тор­ғандарҙы тотабыҙ. Уларҙы ашатыу ҙа башҡасараҡ. Тәүлегенә дүрт килограмм иген фуражына тоҙ һәм махсус ҡушымта өҫтәйбеҙ. Ул ашағанды һәйбәт үҙләштерергә ярҙам итә. 28 – 30 килограмм мал аҙығы һәм икешәр килограмм бесән бирәбеҙ, – тип ашатыу үҙенсәлеге тураһында һөйләй хужалыҡтың зоотехнигы Эльвира Әхйәмова.
Тиреҫте таҙартыу автоматлашты­рылған. Ул транспортер ярҙамында туранан-тура трактор арбаһына төшә лә артабан баҫыуға ашлама булараҡ һибелә. Малдарҙы иһә Илья Зин­нәтуллин, Айвар Фәтихов, Ринат Ғарипов ҡарай.
Октябрҙә хужалыҡ агролизинг программаһы буйынса МТЗ-82 тракторын һәм мал аҙығы таратҡан “Агромикс” комплексын алғандар. Был да малсылыҡ йүнәлешенең һөҙөмтә­лелеген арттырыуға үҙ өлөшөн индерә.


Ҡыйғы районы.
Читайте нас