Башҡортостан Хөкүмәте 100-гә яҡын проектты тормошҡа ашыра. Улар буйынса эшмәкәрлекте ҡулайлаштырыу өсөн Төбәккә идара итеү үҙәге нигеҙендә берҙәм мәғлүмәт платформаһын төҙөү күҙаллана. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
– Проекттарҙың күп булыуын иҫәпкә алып, уларҙы бер нөктәлә – Төбәккә идара итеү үҙәгендә системалаштырыу һәм ғәҙәти документтар әйләнешенән берҙәм мәғлүмәт платформаһында үҙ-ара эш итеүҙең һанлы форматына күсеү зарурлығы тыуа. Был һөҙөмтәле ҡарарҙарҙы йылдам ҡабул итеү һәм эште онлайн тәртибендә контролдә тотоу мөмкинлеген бирәсәк, – тине ул.
Беренсе вице-премьер әйтеүенсә, Хөкүмәткә селтәрле планлаштырыу алымын ғәмәлгә индерергә, шул иҫәптән проекттың ҡыҫҡа паспортын әҙерләргә кәрәк.
– Беҙ Хөкүмәт Аппараты һәм Һанлы үҫеш министрлығы менән консультация үткәрҙек. Әлегә ҡулай ғына IT-ҡарар юҡ. Мәсьәләне хәл итеүҙең бер нисә варианты тәҡдим ителә, – тине Рөстәм Моратов.