Иҡтисад
16 Март 2021, 17:30

Сит ил баҙарын яулаусылар арта

Бөгөн “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы һәм Белорет районындағы предприятиеларға юлланды.

Бөгөн “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы һәм Белорет районындағы предприятиеларға юлланды.
Мобиль бригадалар 14 экспорт йүнәлешле компанияларҙа булды, эшҡыуарҙар менән бергәләп етештереү майҙандарын ҡараны, артабан компанияларҙы экспортҡа сығарыу йәһәтенән хеҙмәттәшлек өсөн индивидуаль эшмәкәрлек чек-биттәрен тултырҙы.
“2021 йыл башынан беҙ әүҙем рәүештә “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектын тормошҡа ашыра башланыҡ. Маҡсаты – экспортҡа йүнәлеш тотҡан компанияларҙы асыҡлау һәм әлеге ваҡытта экспорт менән шөғөлләнгәндәргә сит илдәрҙә тәьминәт баҙарын киңәйтеүҙә ярҙам күрһәтеү. Һөҙөмтәлә 2024 йылға экспортерҙар һаны 900-ҙән 1400-гә етер тип күҙаллайбыҙ”, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Белорет районында “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре “Урал спорт инвентары заводы”, “Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет уҡыу-производство предприятиеһы”, “Белорет сетка һәм япма заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә, шулай уҡ сәнәғәт предприятиелары өсөн үлсәү ҡоролмалары етештереүсе, уларҙы хеҙмәтләндереүсе “Үлсәү ҡоролмалары заводы” предприятиеһында булды.
Уның сауҙа бүлеге етәксеһе Ринат Мәғәфүров ойошманың экспорт йүнәлешен әүҙем үҙләштереүен белдерҙе һәм “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре килеүе хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә сығарасағын билдәләне.
“Беҙҙең предприятие бығаса Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам күрһәтеү үҙәге хеҙмәттәре менән ҡулланғаны бар. Һүҙ – материалдарҙы сит телдәргә тәржемә итеү, сит илдәрҙә контрагенттарҙы эҙләү хаҡында. Шулай уҡ 2020 йылда беҙ логистик сығымдарға субсидия һәм "экспорт кешбегы"н алдыҡ, былар экспорт географияһын киңәйтергә ярҙам итте”, - тине Ринат Мәғәфүров.
Стерлитамаҡта “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре “Алтын сиҙәм”, “Южуралгрупп”, “Дружба», “БЕСЕДЬ”, “Лидер” йәмғиәттәрендә, Т. Бәшировтың шәхси предприятиеһында, Салауат ҡалаһында “СалауатГидравлика”, “Мебель Галереяһы”, “Холлер”, “Башметиз Сервис” йәмғиәттәрендә булды.
Мобиль бригадалар составына Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре, Рәсәй экспорт үҙәгенең Өфө ҡалаһындағы бүлексәһе, Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы вәкилдәре, “Һынауҙар үҙәге” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр инә.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты 2021 йылдың 1 февраленән тормошҡа ашырыла. Экспортҡа ярҙам күрһәтеү һәм уны үҫтереү программалары төбәктә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәрен предприятиеға саҡырыу өсөн Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам күрһәтеү үҙәгенә +7 347 246-68-16 телефоны буйынса шылтыратырға йәки exportcenter@bashkortostan.ru электрон почтаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фотолар: "Бәйләнештә".
Читайте нас