Иртән бер-ике ҡалаҡ шәкәр һалып, ҡайнар ҡәһүә йәки сәй эсеп алһаң, ә төшкө аш ваҡытында тәмле пирожный менән һыйланһаң, диетологтар “Зарарлы!” тип иҫкәртер. “Тәмле лә инде!” тип ҡаршы төшөр татлы аҙыҡ яратыусылар. Шәкәрҙең файҙаһы һәм зыяны тураһында уны яҡлаусылар менән кире ҡағыусылар бәхәсләшкән саҡта, Раевка шәкәр заводында уны етештереү буйынса туҡтауһыҙ ҡатмарлы технологик процесс бара.
Шәкәр әҙерләү миҙгелендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән сөгөлдөр ҡабул итеү пунктында бөгөн тынлыҡ – татлы тамыр ташыу күптән инде тамамланған. Былтырғы уңыштан 522 мең тоннанан ашыу сеймал әҙерләнгән. Уҙған йылдарҙағы кеүек, сөгөлдөрҙө республиканың ун һигеҙ районынан ташығандар. Уны тапшырыусылар араһында бына бер нисә йыл инде Ырымбур өлкәһенең “Авангард” ауыл хужалығы предприятиеһы ла бар.
– Сеймалдың сифаты бик яҡшы булды. Урып-йыйыу осоронда аграрсылар өсөн уңайлы һауа шарттары тороу һөҙөмтәһендә, сөгөлдөрҙөң бысраҡлығы ни бары 8,4 процент тәшкил иткәйне, шуға күрә шәкәрлелек 18,50 процентҡа етте. Сағыштырыу өсөн: 2019 йылда тамыраҙыҡтың бысраҡлығы – 12,4 процент, шәкәрлелеге 17,71 процент ине, – ти сеймал буйынса инженер-химик Екатерина Бекетова.
Заводта шәкәрҙе өҙлөкһөҙ етештереүҙә әлшәйҙәрҙең дә өлөшө бар. Район хужалыҡтары, татлы культураны 935 гектар ерҙә үҫтереп, 44189 тонна йыйғайны.
Гектарынан уңыш уртаса 472 центнер тәшкил итте. Ғәҙәттәгесә, Ниғмәтулла ауылынан бер туған Дибаевтарҙың фермер хужалығы алға сыҡты. Уларҙың баҫыуҙарында уртаса уңыш гектарынан 522 центнерға етә. Заводҡа 13 мең тоннанан ашыу сеймал оҙатҡандар.
Тәүлегенә 4500 тонна сеймал әҙерләү ҡеүәте булған завод, 350 мең тонна сөгөлдөр эшкәртеп, 53 мең тонна шәкәр етештергән. Шәкәрҙең сығышы ла юғары, ул 15,40 процент тәшкил итә.