Иҡтисад
16 Март 2021, 13:08

Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнәләр

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, яҙғы баҫыу эштәренә тәғәйен тағылма ҡорамал 1 февралгә тиклем йүнәтелеп бөттө. Барлыҡ ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары – 20 мартҡа ҡәҙәр, ә яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ тракторҙар 1 апрелгә сафта буласаҡ. Үҙйөрөшлө техниканың билдәләнгән тәртиптә техник күҙәтеү үтеүе лә зарур.

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, яҙғы баҫыу эштәренә тәғәйен тағылма ҡорамал 1 февралгә тиклем йүнәтелеп бөттө. Барлыҡ ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары – 20 мартҡа ҡәҙәр, ә яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ тракторҙар 1 апрелгә сафта буласаҡ. Үҙйөрөшлө техниканың билдәләнгән тәртиптә техник күҙәтеү үтеүе лә зарур.


Әйткәндәй, быйыл техниканы ремонтлау һәм сәсеүгә әҙерләү былтырғыға ҡарағанда йылдамыраҡ бара. Ә капиталь ремонтлау һәм техниканы яңыртыу хужалыҡтарҙың үҙ базаларында, шулай уҡ махсуслашҡан ремонт предприятиеларында башҡарыла.
Шуныһы мөһим: 2017 йылда республикала Ремонт-хеҙмәтләндереү пред­прия­тиеларының ассоциацияһы ойош­торолғайны, ул йүнәтеү эше менән мәш­ғүл булған ойошмаларҙы үҙенә бер­ләштерә, уларҙың эшмәкәрлеген күҙәтә. Ассоциация техник сервис менән мәшғүл булған 56 предприятиены берләштерә.
Ер эшсәндәре марттың аҙағына тиклем ете мең тирәһе трактор, ике мең самаһы иген йыйыу, 400 берәмек мал аҙығы әҙерләү комбайны, 300 үҙйөрөшлө сапҡыс, йәнә бихисап күләмдә башҡа төр техника һәм ауыл хужалығы ҡорамал­дарын ремонтлауҙы тамамлаясаҡ.
Башҡортостан ауыл хужалығы тех­никаһын ремонтлау предприятиеһының Шишмә филиалына, мәҫәлән, тимер өйөмөн хәтерләткән трактор килтерелгән. Механиктарҙың оҫта ҡулдары ярҙамында ул өр-яңыға әйләнгән. “Беларусь” тракторҙарын модернизациялау эше цехта күптән алып барыла. Иҫке техниканы яңыртыу, төҙөкләндереү ауыл хужалығы предприятиеларының кеҫәһенә һуҡмаһын өсөн, дәүләттән субсидия ла бүленә.

Беларустан башҡа Шишмә филиалында “Кировец” һәм Т-150 тракторҙарын да киренән һүтеп йыйып камиллаштыралар. Шулай уҡ деталь һәм агрегаттарға ла капиталь ремонт эшләү мөмкинлеге булдырылған. Төп заказсылар – республика фермерҙары, ҙур ауыл хужалығы предприятиелары.
Күгәрсен районында иһә күрше төбәк­тәрҙән дә ауыл хужалығы предприятиелары техникаһын ремонтлау мәсьәләһе менән Мораҡ ауылынан Сергей Волковҡа мөрәжәғәт итәләр. Ул һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһын – трактор, комбайн, йөк машиналарын ремонтлау һәм ҡабаттан сафҡа индереү менән шө­ғөлләнә. Сергей Борисовичтың төп маҡ­саты – ауыл хужалығы техника­һын ремонтлау өсөн ремонт-техник базаһын асыу.
Тракторҙар һәм машиналар өсөн автойыуыу урыны, кранлы гараж, һүтеү бүлеге, иретеп йәбештереү, токарь, фрезлау һәм мотор, шиномонтаж цехтары булған ҙур база төҙөргә уйлай ул. 2016 йылдан бирле был өлкәлә эшләгән эшҡыуар байтаҡ ҡына ҡорамал – мотор цехы, шымартыу, токарь, фрезлау станоктары туплаған да инде.
Мартта райондарҙа ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙер­ләүгә арналған семинарҙар башланды. Был сара ауыл хужалығы өлкәһендә эш­лә­гән белгестәргә тәжрибә уртаҡ­лашыу, кәңәшләшеү, яңы алымдар менән танышыу майҙансығы булып тора. Район-ара семинарҙарҙа Башҡортос­тандың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, “Росагролизинг” компанияһы вәкилдәре, тө­ҙөкләндереү эштәре менән шөғөл­ләнгән предприятие етәкселәренең ҡатнашыуы техниканы хеҙмәтләндереү, субсидия алыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе тиҙ һәм урында хәл итеү мөмкинлеге бирә.

Читайте нас