Иҡтисад
16 Март 2021, 16:15

Зинин ауылында – ҙур төҙөлөш

Төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә финанслана.

Былтыр муниципаль килешеү нигеҙендә “Уралдортранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы Зинин ауылында юл айырсаһы төҙөү проектын эшләгәйне.
Ул 2023 йылға тиклем иҫәпләнә. Төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә финанслана.
Документта эште ике этапта башҡарыу күҙаллана. Тәүгеһендә М-5 “Урал” автомобиль юлындағы транспорт айырсаһынан Нуғай шоссеһына тиклем Мәсет янынан юл һалыу планлаштырыла. Тимер юл аша үткән айырсаның оҙонлоғо – 106,43 погон метр, хәрәкәт өсөн дүрт һыҙат булдырыла. Автомобиль юлы участкаһының оҙонлоғо – 1,85 километр.
Эштең икенсе этабы – Нуғай шоссеһын Парк һәм Сауҡалыҡ урамдары киҫелешенә тиклем реконструкциялау. Был юл участкаһы 1,78 километрға һуҙыла, хәрәкәт өсөн дүрт һыҙат ҡарала.
Фото: vk.com
Читайте нас