Иҡтисад
17 Март 2021, 10:00

Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренә әҙер

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмәнов Баҡалы районында үткән семинар-кәңәшмәлә белдерҙе.

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмәнов Баҡалы районында үткән семинар-кәңәшмәлә белдерҙе.
Яҙғы баҫыу эштәренә төшөр алдынан, йола булараҡ, республиканың бөтөн райондарында ла зона буйынса бүленгән ауыл хужалығы семинарҙары үтә. Уларҙа Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, ғалимдар, ауыл хужалығы предприятиеларының баш агрономдары ҡатнаша. Тәү сиратта был сараларҙа киләһе миҙгелгә әҙерлек эштәре, яңы культураларҙың сорттары, һауа торошона күҙәтеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала.
Быйылғы тәүге семинар Саҡмағош районында үтте. Кәңәшмәләрҙең зонаға бүлеп үткәрелеүе үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә: кламатҡа яраҡлаштырылған орлоҡ һайлау, ер эшкәртеү үҙенсәлектәре һәм башҡа нескәлектәрҙе иҫәпкә алып эшләү уңыштың артыуына килтерә.
Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, быйыл ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала тамамлаясаҡ, сөнки техника яңырҙы. Былтыр ауыл хужалығы предприятиелары 10 миллиард һумлыҡ техника һатып алһа, быйыл йыл башынан бер миллиардлыҡ техника алынған да инде. Ашламалар ҙа тейешле кимәлдә тупланған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, хужалыҡтарҙы ашлама менән 77 процентҡа тәьмин иткәндәр.
Пандемияға ҡарамаҫтан, 2020 йылда ауыл хужалығы тармағы үҫеш юлына баҫты. Ауыл хужалығы културалары, айырыуса ужым культураларының рентабеллеге 100 процент тәшкил иткән, уңыш та һәйбәт булған. Гектарынан 70 центнер уңыш һуғып алғандар. Шәкәр сөгөлдөрөнөң иһә уңышы гектарынан 800 центнерға еткән. Быларҙың барыһы ла быйыл тағы ла дәртләнеберәк эшләүгә көс бирә.
Фото: Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас