Иҡтисад
17 Март 2021, 14:00

Хеҙмәттәшлек буйынса фекер алыштылар

"Ошондай ябай булмаған йылда ла “Башнефть” йәмғиәтенең инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итеүе бик мөһим".

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Башнефть” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Хәсән Татриев төбәк менән нефть компанияһының үҙ-ара эшмәкәрлеге буйынса даими эш итеүсе комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда хеҙмәттәшлек мөмкинлектәренә ҡағылышлы фекер алыштылар һәм элегерәк ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса йомғаҡ яһанылар.
Радий Хәбиров 2020 йылдың шул иҫәптән нефть компаниялары өсөн дә ҡатмарлы булыуын билдәләне. Нефткә һәм нефть продукттарына донъя хаҡтарының һәм ихтыяждың кәмеүе, нефть сығарыуҙы ҡыҫҡартыу тураһындағы килешеү, шулай уҡ коронавирусҡа бәйле бөтә донъяла иҡтисади хәлдең насарайыуы тармаҡтағы хәлгә кире йоғонто яһаны.
– Ошондай ябай булмаған йылда ла “Башнефть” йәмғиәтенең инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итеүе бик мөһим, – тине төбәк етәксеһе. – Предприятие һалымды намыҫлы түләй, республиканың социаль проекттарында әүҙем ҡатнаша. Беҙ бындай яуаплылыҡты юғары баһалайбыҙ.
Республика Башлығы әйтеүенсә, “Башнефть”тең төбәк предприятиелары менән үҙ-ара эш итеүе, компания тарафынан транспорт инфраструктураһы төҙөү һәм төҙөкләндереү проекттарында ҡатнашыу төп мәсьәләләр булып ҡала.
“Башнефть” йәмғиәтенең генераль директоры Хәсән Татриев, пандемияға ҡарамаҫтан, компания етештереү программаларын үтәүҙе дауам итте, хатта төп проекттар буйынса инвестицияларҙы арттырҙы, тип белдерҙе.
Ултырышта яҡтар даими эш итеүсе комиссия һәм уның ҡарамағында ойошторолған эш төркөмө сиктәрендә берлектәге эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген билдәләне. Был саралар көнүҙәк бурыстарҙы йылдам үтәү, бәхәсле мәсьәләләрҙе конструктив яйға һалыу мөмкинлеген бирә. Атап әйткәндә, былтыр Башҡортостан һәм “Башнефть” нефть эшкәртеү өлкәһендә инвестиция килешеүҙәре төҙөгән. Улар – элементар көкөрт етештереүҙең резервтағы технологик линияһын төҙөү һәм гидрокрекинг ҡулайламаһын реконструкциялау.
Быйыл иһә республика Хөкүмәте “Башнефть” менән берлектә бөтә Башҡортостан буйынса компания АЗС-тары биләмәһендәге инфраструктура объекттарын үҫтерергә ниәтләй.
– Беҙ ҙур программаны ғәмәлгә индерҙек – бөтә республикала юл буйы сервисын үҫтерәбеҙ, эшҡыуарҙарға ошо өлкәләге яңы баҙарҙарҙы табырға ярҙам итәбеҙ, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә “Башнефть”тең автозаправкалау станцияларында юл буйы хеҙмәттәре исемлеген киңәйтеү мөһим.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас