“Беҙҙең өсөн был мөһим осрашыуҙы “Торатау” бизнес-клубы ойошторҙо. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә баш ҡаланың бизнес-йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осраштыҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – республиканың инвестиция йәһәтенән ылыҡтырыусанлығын арттырыу һәм төбәгебеҙҙең индустриаль үҙәге булған Ишембай районына капитал йәлеп итеү.
Ҡала ла, район да төҙөлөш, ҡала мөхитен төҙөкләндереү, туризм һәм глэмпинг, IT-сфераны үҫтереү менән шөғөлләнгән ойошмалар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Ошонда уҡ Старостин исемендәге “Спартак” халыҡ-ара физкультура-спорт йәмғиәте рәйесе Евгений Ловчев һәм Бөтә Рәсәй футбол федерацияһы президенты Анзор Кавазашвили менән осраштыҡ. Улар беҙҙең ҡаланың көньяҡ өлөшөндә спорттың уйын төрҙәрен – баскетбол, футбол, волейбол, өҫтәл һәм ҙур теннистарҙы – үҫтереү өсөн ҙур бер кластер булдырырға планлаштыра. Беҙҙең район ресурстарға бай – тәбиғәт, кадрҙар, инфраструктура. Беҙ тулыһынса инвесторҙарыбыҙға ярҙам итергә әҙербеҙ”, - тип яҙҙы ул.