Көндәр йылына башлау менән, температура тирбәлеше арҡаһында, юлда соҡорҙарҙың күбәйеүе, тап ошо осорҙа уларҙы ямау буйынса күләмле эш башҡарылыуы берәүгә лә сер түгел.
Был өлкәлә 2020 йылда нимәләр эшләнгән һуң?
Былтыр республика юлдарында 236 меңдән ашыу етешһеҙлек теркәлгән һәм шуның 233 меңдән ашыуы (98,6 проценты) тәртипкә килтерелгән. Быйыл да әүҙемлекте кәметмәҫкә ниәтләйҙәр. Мәғлүм булыуынса, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ҡарау буйынса төп подрядсы – “Башкиравтодор” йәмғиәте. Ҡала округтарындағы юлды муниципаль бюджет учреждениелары һәм урындағы подряд ойошмалары төҙөкләндерә.
Әле төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау йәһәтенән эш башланған. Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Красный Холм – Нефтекама, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе, Октябрьский – Туймазы, Бәләбәй – Николаевка – Туймазы кеүек транспорт күп йөрөгән юлдарҙа 133,68 квадрат метр майҙанда ике меңдән ашыу етешһеҙлек бөтөрөлгән, 16,62 тонна һыуыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы тотонолған.
Көндәр ныҡлы йылытыу менән юлға ҡыҙыу асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәй, ҙур булмаған ектәрҙе битум эмульсияһы һәм ваҡ ҡырсын менән ямай башлаясаҡтар. Предприятиеларҙың барыһы ла тейешле техника һәм кадрҙар менән тәьмин ителгән. Юл билдәләре, пластик ҡоймалар, сигнал фонарҙары, эш кәрәк-ярағы, махсус кейем тапшырыла.
Әле “Башкиравтодор”ҙың 26 асфальт-бетон заводын сафҡа индереү йәһәтенән әҙерлек бара. Улар 1 апрелдән эшләй башлай, тип күҙаллана. Соҡорҙарҙы ямауға 233 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителә.
Әйткәндәй, март уртаһына юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтары 237 мең тонна фракциялы ваҡ таш, 107 мең тонна ҡом, 3,6 мең тонна битум әҙерләгән. Эш һаман дауам итә. Миҙгел башланыуға бөтә филиалдарҙа ла юл машиналары әҙер буласаҡ.