Быйыл ғинуарҙа Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 192,9 миллион доллар тәшкил иткән, йәғни 2020 йылғы күрһәткестән 5,3 процентҡа юғарыраҡ булған. Шул уҡ ваҡытта экспорт, 12,8 процентҡа артып, 155,7 миллион долларға еткән, импорт иһә, 17,6 процентҡа түбәнәйеп, 37,2 миллион доллар тәшкил иткән. Волга буйы таможня идаралығы ошондай мәғлүмәт биргән.
Быйыл ғинуарҙа республиканың тәүге контрагент илдәре тиҫтәһенә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларусь, Төркиә, Үзбәкстан, Литва, Азербайжан, Греция, Нидерланд, Иран инә. Был илдәр менән сауҙа әйләнеше 144 миллион доллар (Башҡортостандың бөтә тышҡы сауҙа әйләнешенең 74,7 проценты) булған.
Ғинуарҙа экспорттың төп өлөшөн машиналар эшләү, яғыулыҡ-энергетика, химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук, аҙыҡ-түлек һәм сеймал, металл, ағас һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр биләгән.
Мәғлүм булыуынса, төбәктә экспортҡа ярҙам һәм уны үҫтереү программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: foreign.bashkortostan.ru