Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда “Сколково” фондының төбәк һәм халыҡ-ара үҫеш буйынса вице-президенты Юрий Сапрыкин менән осрашты. Улар Өфөлә IQ-парк Юғары технологиялар технопаркы проекты тормошҡа ашырылыуы барышын һәм төбәктә Фондтың инновациялар, технологик эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге сараларын үткәреүҙе тикшерҙе.
Радий Хәбиров инновациялар йәһәтенән республиканың Рәсәй буйынса алдынғы сафта килеүен билдәләне. Иҡтисад, социаль тармаҡ һәм инфраструктура үҫешенең интеграль күрһәткестәре буйынса Башҡортостан тәүге ун төбәк исемлегендә.
– Шул уҡ ваҡытта беҙ бер урында тормайбыҙ, бизнес өсөн яңы киңлектәр булдырабыҙ. Күптән түгел “Киләсәк фабрикаһы” үҙәген, ике тиҫтә самаһы коворкинг астыҡ. “Фән” милли проектына ярашлы Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия фән-мәғариф үҙәге булдырылды. Был эштә Сколково фән һәм технологиялар институты беҙҙең партнёрыбыҙ булып тора. Ҡеүәтле технологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн фәнде, бизнесты, инновациялы сараларҙы берләштерәбеҙ. Был йәһәттән һеҙҙең ярҙамға ла өмөт итәбеҙ, – тине республика етәксеһе.
Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Сколково” фонды араһындағы килешеүгә ярашлы, Өфөлә IQ-парк Юғары технологиялар технопаркы проекты тормошҡа ашырыла. Ул бығаса буш торған, Зәки Вәлиди урамы, 32А адресы буйынса урынлашҡан бинала буласаҡ. IQ-парк майҙаны 36 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Яғыулыҡ-энергетика комплексы, мәғлүмәт технологиялары һәм башҡа алдынғы йүнәлештәр өсөн инновациялы хеҙмәттәрҙә махсуслашҡан юғары технологиялы компаниялар уның резиденттары буласаҡ.
– Өфөләге яңы IQ-паркка ҙур өмөт бағлайбыҙ, уны инновациялар үҫтереү өлкәһендә тырышлыҡтарыбыҙҙы берләштерә торған майҙан итеп баһалайбыҙ, был эште фондтың һәм уның партнерҙарының мөмкинлектәре ярҙамында координациялауҙы күҙаллайбыҙ. Беҙ аралашыуға, ынтылыштарға, яңы идеяларға әҙербеҙ. “Сколково”ның төбәк операторы статусын алыу беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Юрий Сапрыкин технопарк майҙанында булғанын, төҙөлөш эштәре динамикаһының ыңғайлығын билдәләне. "Төбәк етәксеһе бындай объектты шәхси контролдә тота икән, тимәк, проект мөһим, стратегик кимәлдә тигән һүҙ. Өфөләге технопарк һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә төҙөлгән ошондай уҡ объекттар араһында иң грамоталы структуралаштырылғаны буласаҡ. Бында технологик бизнес өсөн генә түгел, ә креатив индустрияларға ла урын биреләсәк. Был - башҡа төбәктәргә өлгө", – тине “Сколково” фонды вице-президенты.
19 мартта Өфөлә “Сколково” фондының
Ufa SuperHero 2021 инкубация программаһы старт ала. Был – IQ-парктың тәүге резиденттарының стартап-проекттарына пул формалаштырыу өсөн IT- белгестәргә ойошторолған онлайн-проект.
19 - 21 мартта программа нигеҙендә Онлайн-Хакатон ойошторола. IT-командалар сервистар булдырасаҡ һәм технологик мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. 20 мартта питч-сессияларҙа улар проекттарын мөмкинлеккә эйә заказсыларға күрһәтәсәк.
Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр һәм технопарк резиденты статусына һайланыу мөмкинлеген аласаҡ. 22 мартта STARTUP TOUR перспективалы инновацион командалар эҙләү, яңы эш башлаған йүнселдәрҙең компетенцияларын үҫтереү, инновацион эшҡыуарлыҡ идеяларын популярлаштырыу буйынса федераль проект ҡатнашыусыларын ҡаршы аласаҡ.
Стартап-турҙың Өфөләге этабына Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән 56 ғариза килгән, шул иҫәптән 45-е – Башҡортостандан.
"IQ-паркта тормош ҡайнап торорға тейеш – беҙгә шул мөһим. Ошо маҡсатта әле үк технопарк резиденттары пулын формалаштарыу сараларын башлайбыҙ. Беҙҙең бурыс – объект асылғанға тиклем үк бихисап проект, йәш командалар, индустриаль партнерҙар туплау. Йыл аҙағына тәүге һөҙөмтәләр булыр тип ышанабыҙ", – тине Юрий Сапрыкин.