Иҡтисад
19 Март 2021, 06:53

Ҡала матур тырыш халҡы менән

Дүртөйлө, мегаполистар менән сағыштырғанда, ҙур түгел, әммә үҙенең гүзәллеге менән таң ҡалдыра. Ҡала Ағиҙел буйында, тәбиғәттең күркәм төбәгендә урынлашҡан. Ә инде уның менән яҡындан танышҡас, төҙөклөгө, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип, бөхтәлек булыуы, йәшәү өсөн уңайлылығы һоҡландыра. Дуртөйлөләр үҙ төйәге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ҡаланы ошондай юғарылыҡҡа күтәреү өсөн “Коммунальник+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дә хеҙмәте ҙур.

Дүртөйлө, мегаполистар менән сағыштырғанда, ҙур түгел, әммә үҙенең гүзәллеге менән таң ҡалдыра. Ҡала Ағиҙел буйында, тәбиғәттең күркәм төбәгендә урынлашҡан. Ә инде уның менән яҡындан танышҡас, төҙөклөгө, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип, бөхтәлек булыуы, йәшәү өсөн уңайлылығы һоҡландыра. Дуртөйлөләр үҙ төйәге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ҡаланы ошондай юғарылыҡҡа күтәреү өсөн “Коммунальник+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дә хеҙмәте ҙур.


Был предприятиеның эшмә­кәрлеге менән танышыу теләге осраҡлы тыуманы: республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында үҙ эшмәкәрлеген бөгөнгө талаптар юғарылығында ойоштороуға өлгәшкән, иҡтисади-финанс яғынан тотороҡло предприятиелар хаҡында һүҙ сыҡһа, тәүгеләр рәтендә нәҡ уны телгә алалар. Билдәле булыуынса, бөгөн был тармаҡ эшмәкәрлегенә дәүләт яғынан да, халыҡ тарафынан да талаптар юғары. Әммә 24 кешенән торған коллектив үҙ һәләтен, һөнәри оҫталығын юғары кимәлдә күрһәтә килә. Үҙ эшмәкәрлеген 2013 йылда башлаған ул. Йәмғиәт ҡарамағында күп фатирлы 36 йорт иҫәпләнә. Әсән участкаһындағы 16 йортто ла ҡарайҙар. Шуныһы, 1968 йылғы йорттар ҙа бар, улар ҙур сығым талап итә. Торлаҡ хужалары предприятиены идарасы компания итеп һайлаған, шуға улар торлаҡ фондын эксплуатациялау, ағымдағы һәм капиталь ремонт эштәрен дә башҡара.
– Торлаҡ хужалары менән үҙ-ара аңлашып эшләргә, пробле­маларҙы барлыҡҡа килгәс түгел, ә алдан уҡ хәл итергә, йәғни юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ. Бының өсөн һәр йортта, подъезда, фатирҙа башҡараһы бурыстарҙы аныҡ билдәләп, ваҡытында ғәмәлгә ашырабыҙ, – ти предприятие директоры Марс Зәйтүн улы Исмәғилев. – Был эштә беҙгә торлаҡ хужалары араһынан һайлап ҡуйылған кешеләр, йорт комитеттары ярҙам итә. Уларҙың һәр мөрәжәғәте иғтибарға алына һәм кисекмәҫтән хәл ителә. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барабыҙ, шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеүҙәрҙе, йорт яны майҙандарында торлаҡ хужалары менән күмәк осрашыуҙарҙы даими ойошторабыҙ, предприятиеның сайты аша мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар.
Мәҫәлән, торлаҡ хужалары менән берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтә­һендә дөйөм йорт ихтыяждарына (ОДН) сығымды күпкә кәметеүгә өлгәшелгән. Ғөмүмән, бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа энергия ресурстарына һаҡсыллыҡ иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Предприятие ҡарамағындағы торлаҡ фонды һалҡын, эҫе һыу, шулай уҡ электр энергияһын иҫәпләүсе шәхси һәм дөйөм ҡулланылыштағы прибор­ҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Дөйөм йорт ихтыяждарына тотонолған коммуналь ресурстарға ла автоматлаш­тырылған теүәл иҫәп алып барыла. Был приборҙар берҙәм автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына тоташтырылған. Күрһәткестәрҙе дистанцияла алыу мөмкинлеге бар. Һәр өлкәлә эште теүәл иҫәп менән башҡарыу торлаҡ хужаларының үҙҙәрен дә сығымдарҙы һанарға күнектерә.
2019 йылда “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсында Генерал Шайморатов урамындағы 10-сы йорт диплом менән бүләкләнде.

Коллектив тырыш хеҙмәт­кәрҙәре менән көслө. Участка начальнигы Илдар Әхмәтшин, баш бухгалтер Светлана Сәлимя­варова, слесарь-сантехник Данил Хаҡов, Александр Ипаев, эшселәр Диләфрүз Хөснөтдинова, Эльвира Сәлмәнова хаҡында маҡтап телгә алалар.
Әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡышҡы миҙгелде уңышлы үткәреү өсөн ең һыҙғанып эшләй. Улар үҙ ҡалаһын иң матур, йәшәү өсөн уңайлы итеп күрергә теләй. Көндәлек хеҙмәттәре ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән.
Читайте нас