Иҡтисад
19 Март 2021, 12:00

Башҡортостан – туризм буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе

Туризм буйынса федераль агентлыҡ туристик кешбэк программалары буйынса алдынғы төбәктәрҙе атаны. Әйткәндәй, программаның өсөнсө этабы башланды.

Туризм буйынса федераль агентлыҡ туристик кешбэк программалары буйынса алдынғы төбәктәрҙе атаны. Улар иҫәбенә Ҡырым, Башҡортостан, Татарстан, шулай уҡ Калининград һәм Төмән өлкәләре инде.
Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. “Туристик кешбэк эшләй. Әйткәндәй, ул оҙайтылды. Шуға күрә беҙ ҡунаҡтарҙы тағы ла үҙебеҙҙең ҡунаҡсыл республикабыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Беҙҙең башҡорт туристик индустрияһы яңы аҙымдар менән алға атлай һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара, алдынғы урындарға сыға. Былтыр республикаға 3,6 миллион турист килде”, - тип яҙҙы ул.
Туристик кешбэк программаһының өсөнсө этабы 17 марттан 18-енә ҡараған төндә старт алды. Туризм буйынса федераль агентлыҡта билдәләүҙәренсә, әлеге йүнәлештә хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән сайттарҙағы әүҙемлек 2,5 тапҡырға артҡан. Программа эшкә ебәрелгәндән һуң, тәүге ярты көндә генә лә, һатыуҙар күләме 100 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Туристик кешбэк программаһының өсөнсө этабында ҡатнашҡан партнерҙар былтырғы йыл менән сағыштырғанда 40 процентҡа күберәк, йәғни унда 3,5 мең отель, туроператор һәм хеҙмәттәр агрегаторҙары ҡатнаша, тип билдәләне Туризм буйынса федераль агентлыҡ.
Фото: avia-all.ru
Читайте нас