Иҡтисад
19 Март 2021, 06:37

Борайҙы ожмах баҡсаһылай итәләр

“БоРай” юл һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ муниципаль бюджет учреждениеһы – 2019 йылда барлыҡҡа килгән йәш ойошма. Тәғәйенләнешенә ярашлы, ул Борай ауылын ожмах баҡсаһына әйләндерергә тырыша. “БоРай” тигән атамаһында Рай юҡҡа ғына баш хәрефтән яҙып ҡуйылмағандыр бит инде.

“БоРай” юл һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ муниципаль бюджет учреждениеһы – 2019 йылда барлыҡҡа килгән йәш ойошма. Тәғәйенләнешенә ярашлы, ул Борай ауылын ожмах баҡсаһына әйләндерергә тырыша. “БоРай” тигән атамаһында Рай юҡҡа ғына баш хәрефтән яҙып ҡуйылмағандыр бит инде.


Директор Айрат Ибраһимов етәкселе­гендә коллектив Борай ауыл Советы территорияһындағы 131 урамды һәм 113 километр юлды тәртиптә тота.

Иртә таңдан Борайға йәм һәм йән өрә башлай был уңғандар. Урамдарҙы, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, майҙандарҙы таҙарталар, һеперәләр, йыуалар. Элек Көнбайыш илдәрендә тротуар йыуғандарына аптырай инек, хәҙер Борай бер ҙә уларҙан ҡалышмай.
Ҡыш буйы ауылдың ҡарын көрәп, боҙон ватып, ҡом-маҙар һибеп, йәйәүлеләргә лә, автомобиль йөрөтөүселәргә лә хәүефһеҙ шарттар тыуҙыралар. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарын тәртиптә тоталар. Яҙ етеү менән юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауға тотоналар.
Төҙөкләндереү эштәрен башҡаралар: ҡайҙа кәрәк, шунда эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуялар, кәртә-рәшәткәләрҙе буяйҙар, йүнәтәләр, иҫкергәнен алмаштыралар. Ауыл йәме булған ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡарайҙар, һыу һибәләр, сүбен утайҙар, артыҡ ботаҡтарын ҡырҡалар, яңы аллеялар ултырталар. Халыҡ рәхәтләнеп ял итә алһын, балалар кинәнеп уйнаһын өсөн шарттар тыуҙыралар.
Май айынан Борай урамдары сәскәгә күмелә башлай, сөнки “БоРай” хеҙмәткәрҙәре түтәлдәргә, клумбаларға, юл буйҙарына, биналар эргәһенә сәскәләр ултыртып сыға. Сәскә ата торған ағастар һәм ҡыуаҡтар ауыл урамдарын хуш еҫкә күмә. Унан инде көҙ ҡар яуғанға тиклем төрлө үҫемлектәр бер-бер артлы сәскә атып, ауылды йәмләп ултыра.
Ойошма уңғандары тырышлығы менән Борай районы күркәмләнә. Мәҙәни кимәле, эстетик торошо күҙгә күренеп күтәрелә.

Ауылда өмәләр ҙә үткәрелә, бар халыҡ бер булып, тыуған төйәген тәртипкә килтерергә сыға. Йорттар алдындағы баҡсаларҙы уларҙа йәшәүселәр үҙҙәре лә йәмләргә тырышып тора. Ихаталарҙы күркәмләндереү һәм төҙөкләндереүгә “Башҡорт ихаталары” республика программаһы ла ҙур өлөш индерә. Уға ярашлы, Борай ауылының Ленин урамындағы күп йорттарҙа инженер инфраструктураһы объекттарын тотоу, ремонтлау һәм яңыртыу, тирә-йүнен төҙөкләндереү, коммуналь хеҙмәт төрҙәрен арттырыу буйынса эштәр алып барыла.
Предприятие өҙлөкһөҙ һәм мәшәҡәтһеҙ эшләп торһон, кисектергеһеҙ башҡара торған эштәрҙе йылдам атҡарһын өсөн бөтә шарттар бар. Борай район хакимиәте уны кәрәкле транспорт, махсус техника, ваҡ механизация, эш ҡоралдары менән тәьмин иткән. Урындағы автомобиль юлдарын ҡарау, сүп түгеү һәм башҡа эштәрҙе башҡарыуҙа “Беларус”тар, тәгәрмәсле трактор, коммуналь машина, автогрейдер, ҡатнаш машина, бер сүмесле фронталь тейәгес, йөк автомобилдәре, автокран һәм башҡа төрлө техника ҡулланыла.
“БоРай” учреждениеһында социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыу көсәйтелә. Хеҙмәткәрҙәрҙе тырышыбыраҡ эшләүгә дәртләндереү системаһы ҡаралған. Уға ярашлы, хеҙмәт етештереүсәнлеге артҡан, тотош коллективтың һәм айырым һәр эшсәндең эш һөҙөмтәһе күрһәткестәре күтәрелгән һайын эш хаҡы ла арта бара. Предприятиела тотороҡлолоҡ һаҡлау, хеҙмәткәрҙәрҙең социаль мәнфәғәттәрен яҡлау системаһы ла йоғонтоло эшләй. Һөнәри үҫеште тәьмин итеү саралары күрелә. Һөҙөмтәлә, предприятие коллективы тотороҡло, хеҙмәткәрҙәр белемен һәм һөнәри оҫталығын арттырырға, районына һәм ауылына файҙалы булырға тырыша.
“БоРай” ойошмаһының йәш коллективы яңынан-яңы һөнәрҙәр үҙләштереү менән ныҡлы шөғөлләнә. Яңы хеҙмәт төрҙәре үҙләштерелә, уларға лицензиялар алына. Шуға ярашлы техника ла яңыртыла. Халыҡҡа күрһәтелә торған хеҙмәттәр даирәһе киңәйгәндән-киңәйә.
Читайте нас