Иҡтисад
19 Март 2021, 06:51

Эсәр һыуың таҙамы?

Дүртөйлөводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы был мәсьәләгә етди ҡарай.

“Дүртөйлөводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы – 95 кешенән торған татыу коллектив туплаған, тотороҡло эшләгән һәм заманса матди-техник базаға эйә булған ойошма. Йылдар буйы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп килгән коммуналсылар бөгөн нисек йәшәй?


“Дүртөйлөводоканал” ҡала халҡын, бындағы предприятиелар һәм ойошмаларҙы үҙәкләш­терелгән селтәр аша һыу менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итә, шулай уҡ эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу, уны контролдә тотоу өҫтөндә лә даими эшләй. Тирә-яҡ мөхиткә, шул иҫәптән – һыу ятҡылыҡтарына кире тәьҫирҙе кәметеү кәрәклеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Предприятиеның төп ҡул­ланыусыһы – халыҡ. Уға эсәр һыуҙың һәм һыуҙы ситкә алып китеү хеҙмәттәренең 80 проценты тура килә. Һыуҙың таҙалығы һәр саҡ юғары кимәлдә була, уны хлорлауҙың да кәрәге юҡ, фәҡәт бактерицид ҡоролма­ларында ғына зарарһыҙлан­дыралар. Шулай ҙа белгестәр һыуҙың сифатын контролдә тота: аналитик лаборатория уны сәғәт һайын тикшереп тора. Бындай предприятиеларҙа сифат күрһәт­кесе Санитария ҡағиҙәләренә һәм нормаларға ярашлы бу­лырға тейеш, һәм ул был талаптан бер ҡасан да ситкә тайпылмай. Эсәр һыуҙың һәм йыуынты һыуҙың сифатына контроллек иткән лабораториялар 2016 йылда Техник белдеклелек буйынса федераль хеҙмәттә аккредитация үткән һәм Рәсәйҙең аккредита­цияланған лабораториялары исемлегенә индерелгән.
Дүртөйлө ҡалаһы Ағиҙел йылғаһы үҙәненең ер аҫты сығанаҡтарынан алынған һыу менән тәьмин ителә. Һыу алғыс ҡаланан 10 саҡрым ситтәрәк урынлашҡан, уға өс таҙартыу ҡоролмаһы, ике һыу алғыс скважина, 10 насос станцияһы инә. Һыу селтәренең оҙонлоғо – 205 километр. Йыуынты һыу ҡаланың тәүлегенә 25 мең кубометр эшкәртергә һәләтле таҙартыу ҡоролма­ларында башҡарыла.
Яңыртыу һәм реконструкциялау – һуңғы йылдарҙа предприя­тиеның төп маҡсаттары. Һуңғы биш йылда инвестиция программалы нигеҙендә үҙгәртеп ҡороу эштәренә предприятие 20 миллион һумдан ашыу аҡса бүленган. 2014 йылда канализация селтәренең барлыҡ һурҙырыу станцияларын үҙгәртеп ҡороу башланғайны, әле уның беренсе этабы тамамланған. Был эш барышында бөтә технологик һәм елләтеү ҡорамалдары алмаш­тырылған, резервтағы туҡланыу сығанағы ҡуйылған, хеҙмәткәрҙәр өсөн хәүефһеҙлек системаһы һәм янғындан һаҡлау сигнализацияһы ҡоролған, бина­ларҙың тышҡы яғы күркәмерәк ителгән.
Шулай уҡ электр энергияһына сығымды кәметеү маҡсатында бөтә участкаларҙа энергияны күп тотонған һурҙырғыстар һаҡсыл эшләгән ҡорамалдарға алмашты­рылған. Башҡарылған саралар һөҙөмтәһендә һуңғы биш йылда электр энергияһы экономия­ланған. Әгәр ҙә предприятие ошо ҡорамалдарҙы алмаштырмаһа, бөгөн электр энергияһына сығым, тарифтың арта барыуын иҫәпкә алып, күберәк булыр ине.

Аҙаҡҡы бер нисә йылда 20 километрҙан ашыу һыу үткәргес тә полиэтилен торбаларға алмаш­тырылды, селтәрҙәге ҡо­рамалдар яңыртылды, һөҙөмтәлә авария тыуыу хәүефе кәмене.
Предприятиеға байтаҡ йылдар инде ошо тармаҡта ҙур тәжрибә туплаған Камил Навил улы Сәхибгәрәев етәкселек итә. Туймазы егете ошо тармаҡта 1998 йылдан бирле эшләй. Уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы һәм РФ, БР Үҙәк һайлау комиссияһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Һуңғы йылдарҙа “Дүртөйлөво­доканал”, тарифтар иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән булһа ла һәм хеҙмәтләндереү күләме кәмеһә лә, зыян күрмәй эшләй. Үткән йыл уңышлы тамамланды, тип әйтергә була.
Коллектив алдында селтәрҙе алмаштырыу, ҡоролмаларҙы яңыртыу, һыу үткәргестәр һәм канализацияны ремонтлау буйынса ҙур эш тора. Ошо схемаға ярашлы, предприятиела һыу менән тәьмин итеү системаһын үҫтереү буйынса инвестиция программаһы эшлән­гән, был эш дөйөм суммаһы 20,2 миллион һум тәшкил иткән сараларҙы үҙ эсенә ала.
Читайте нас