Иҡтисад
19 Март 2021, 06:46

Халыҡ рәхмәте – иң ҙур баһа

Предприятиеның тотороҡло үҫешен хаҡлы рәүештә директор Илфат Ҡотлобулатовтың исеме менән бәйләйҙәр.

Ҡала мөхитендә тормош уңайлыҡтары йорт ихаталарының йыйыштырыу­лы, подъездарҙың төҙөк һәм таҙа, фатирҙарҙың йылы, эҫе һыулы булыуынан һәм коммуникацияларҙың көйлө эшләүенән башлана. Меңдәрсә кешегә ошондай көнкүреш шарттары тыуҙырыу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген “БашЖилСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идарасы компанияһы эшмәкәрлеге миҫалында асыҡ күрергә мөмкин.


Предприятие торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү тармағында үҙ эшмәкәрлеген 2008 йылда башлай. Коллектив тәүге көндән үк үҙ алдына халыҡҡа юғары һөнәри оҫталыҡ менән яҡшы сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү бурысын ҡуя. Бөгөн инде ышаныс менән әйтергә мөмкин: булдыҡлы коллектив үҙ маҡсатына өлгәшә. Үткән йылдар предприятие өсөн ысын-ысындан үҫеш осоро була. Хәҙер инде “БашЖилСервис” республиканың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү баҙарында лайыҡлы урын тотҡан заманса идарасы компания булып тора.
Предприятие әлеге ваҡытта дөйөм майҙаны 390 мең квадрат метрҙан күберәк булған күп фатирлы утыҙ йортҡа идара итә. Улар ҡарамағында шулай уҡ һигеҙ паркинг иҫәпләнә. Хеҙмәтләндереү даирәһен йылдан-йыл киңәйтәләр. Халыҡ өсөн имен һәм уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу, бөгөнгө талаптарға ярашлы, ҡулланыусыларға кәрәгенсә һәм юғары сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү, шулай уҡ торлаҡ фондын ҡарау, үҙ ваҡытында ағымдағы ремонт эштәрен башҡарыу, дөйөм йорт приборҙарын урынлаштырыу һәм уларҙың төҙөклөгөн тәьмин итеү, заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереү, энергия ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу предприятиеның төп эш йүнәлештәре булып тора. Әйтергә кәрәк, бөтә йүнәлештәр буйынса ла һөҙөмтәлелеккә өлгәшелә.
Иң мөһиме, коллектив тармаҡ­тағы технологик яңылыҡтарҙы әүҙем ҡуллана. Был предприятиеның үҙенә лә, торлаҡ хужалары өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Миҫалға, газ ҡаҙанлыҡтарына JSM модем системаһын урынлаштыралар. Ҡаҙанлыҡ эшендә ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, модем системаһы уның параметрҙарын күрһәтеп, СМС ебәрә, йәғни ул оператор хеҙмәтен алмаштыра. Өҫтәмә рәүештә йылылыҡты иҫәпләү буйынса дөйөм йорт приборҙары күрһәткестәрен ситтән тороп ҡабул итеү ҙә уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Предприятие хеҙмәтләндергән йорттарҙағы аҡыллы домофондар, подъезд ишектәрендәге магнитлы асҡыстар, тәүлек әйләнәһенә консьерждар, күҙәтеү камералары, инеү-сығыу юлдарындағы шлагбаум һәм автоматик ҡапҡалар халыҡтың йәшәү мөхитен уңайлы һәм хәүефһеҙ итә. Хатта сүп-сар майҙансыҡтарындағы контейнерҙарға ла видеокүҙәтеүҙәр ҡуйылған. Энергияны һаҡсыл тотоноу маҡсатында дөйөм файҙаланыу урындарындағы әлегәсә ҡулланы­лыш­тағы яҡтыртҡыстар хәрәкәт датчиктарына тоташтырылған светодиодлы төрҙәренә алмаштырыла. Ҡыҫкаһы, һәр урында булдыҡлы хужаның хәстәрлекле ҡулдары тойомлана.
Предприятиела алтмыш кешенән торған берҙәм, тырыш коллектив тупланған. Хеҙмәткәрҙәр йыл һайын аттестация үтә, уларға квалификацияны камиллаштырыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Бында һәр кем үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Улар араһында директор урын­баҫары Айбулат Ибраев, баш инженер Алексей Петров, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр буйынса хисапсы Алһыу Ғәниева һәм сантехник Илшат Әлибаев үҙҙәренең бай хеҙмәт тәжрибәһе, һөнәри оҫталығы менән хеҙмәттәштәренә, бигерәк тә йәштәргә, үрнәк булып тора.
Предприятиеның эшмәкәрлеге халыҡтың көнитмеше менән бәйле, шуға күрә алда торған бурыстарҙы халыҡ менән кәңәшләшеп хәл итергә тырышалар. Әйтәйек, күп фатирлы йорттарҙа сүп-сар үткәргестәрҙе консервациялау кәрәк булғас та, торлаҡ хужалары менән кәңәш­ләшкәндәр. Ремонт эштәрен башлағанда ла фатир хужаларының теләктәре иҫәпкә алына. Ремонт тигәндән, бында матур традиция булдырғандар: подъездарҙың тәүге ҡатын йыл һайын ремонтлайҙар. Шуға улар һәр саҡ ҡунаҡ көткәндәй матур һәм төҙөк. Подъездарға инеү урындарында козыректар ҡуйыла.
Предприятиеның тотороҡло үҫеш юлында яулаған уңыштарын коллективта хаҡлы рәүештә директор Илфат Ҡотлобулатовтың исеме менән бәйләйҙәр. Ул үҙенең сирек быуат хеҙмәт эшмәкәрлеген республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына бағышлаған. Илфат Лотфулла улы хеҙмәт юлын токарь булып башлай. Армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Хеҙмәт һәм һалдат сынығыуы алған егет бынан сирек быуат элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына эшкә килә. Ул баш ҡаланың 27-се торлаҡ-эксплуатациялау идаралығында слесарь-сантехник булып эш башлай. Артабан мастер, производство-техник бүлеге етәксеһе, баш инженер баҫҡыстарын үтеп, идаралыҡ начальнигы вазифаһына күтәрелә. Эшләп йөрөгән ваҡытында юғары уҡыу йортон тамамлай. Ун өс йыл элек ул бик тә яуаплы аҙым яһай – “БашЖилСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора.
Предприятиеның эшмәкәрлеге тулыһынса бөгөнгө талаптарға яуап бирә, сөнки Илфат Ҡотлобулатов – тармаҡ эшмәкәрлегенең бөтә нескәлектәрен белгән, яңылыҡҡа, маҡсатҡа ынтылыусан, үҙенә һәм хеҙмәттәштәренә талапсан етәксе. Ул тармаҡтағы күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Рес­публикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булған, шулай уҡ Өфө ҡалаһы һәм Ленин районы хакимиәттәренең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

– Беҙҙең хеҙмәтебеҙгә иң ҙур баһа – ул кешеләр рәхмәте, – ти Илфат Лотфулла улы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас