Иҡтисад
19 Март 2021, 06:35

Төбәк халҡына – оло хәстәрлек

Баймаҡ районында һәм ҡалаһында тормош-көнкүреш рәхәтлектәрен торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре хасил итә. Элек бөтә хеҙмәттәрҙе йорт идаралыҡтары башҡара торғайны. Донъялар үҙгәргәс, был тармаҡ та әүәлге ҡиәфәттә ҡалманы.

Баймаҡ районында һәм ҡалаһында тормош-көнкүреш рәхәтлектәрен торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре хасил итә. Элек бөтә хеҙмәттәрҙе йорт идаралыҡтары башҡара торғайны. Донъялар үҙгәргәс, был тармаҡ та әүәлге ҡиәфәттә ҡалманы. Хәҙер элекке бер ойошма урынына бер нисәү барлыҡҡа килде, һәр береһе үҙенә йөкмәтелгән участканы алып бара: идара итеүсе компания йорттарҙы һәм ихаталарҙы ҡарай, “Водоканал” һыу бирә, “Теплосеть” йорттарҙы, предприятие, учреждение, ойошма биналарын йылыта, ә Баймаҡ коммуналь хужалығы урамдарҙы, юлдарҙы, ағастарҙы, кәртә-рәшәткәләрҙе ҡайғырта.


Бәлки, уларҙың эшенә тәнҡит күҙлегенән ҡараусылар ҙа барҙыр – кешегә ай менән ҡояш та ярай алмай, ти, бит. Коммуналь хеҙмәттәрҙең даими эшләп торғанына шул тиклем күнеккәнбеҙ, хатта уларһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Крандарҙан һыу өҙөлмәҫкә, ҡалдыҡ һыуҙар үҙ юлы менән ары ағырға, сүп контейнерҙары ваҡытында бушатылырға, фатирҙарҙа даими йылыһы, уты, газы булырға, урамдар ваҡытында ҡарҙан асылырға, сүптәре һеперелергә һәм башҡа эреле-ваҡлы эштәр беҙгә уңайһыҙлыҡ килтермәй генә башҡарылып торорға тейеш. Тейеш шул, түләйбеҙ ҙәбаһа, тиер бәғзе берәүҙәр. Түләп тә, сифатһыҙ хеҙмәттәр алыу ихтималлығы ла бар.
Баймаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын ҡараусылар эшен еренә еткереп башҡара.

“Баймаҡ торлаҡ фондына идара итеү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡарамағында 125,7 квадрат метр дөйөм майҙанлы 81 күп фатирлы йорт бар. Уларҙа 5161 кеше йәшәй.
Предприятие 2008 йылда барлыҡҡа килгән һәм тармаҡта ҙур тәжрибә туплаған. 2010 йылдан алып уға Рәмил Байбулатов етәкселек итә. Компанияның эш сифатын уның маҡтаулы хеҙмәткәрҙәре булыуы дәлилләп тора. Әйтәйек, дүрт хеҙмәткәр Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Ә бер эшсән РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
“Баймаҡ Водоканалы” муниципаль унитар предприятиеһы ҡаланы һыу менән тәьмин итә, шулай уҡ канализация селтәрҙәре эше өсөн яуап бирә. Предприятие 57,19 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргес торбаларҙың, 21,52 километр оҙонлоғондағы канализация селтәрҙәрен эшләтә, аварияларҙың эҙемтәләрен тиҙ арала һәм сифатлы итеп йүнәтә.
Урындағы “Водоканал” хеҙмәткәрҙәре, үҙәк һыу үткәргестән тыш, урамдарҙағы колонкаларҙы ла ҡарай, көн дә иртән тирә-яғындағы боҙҙо вата, йылытып, һыуын ағыҙҙыра. Әле яҙғы ташҡынды ҡаршыларға әҙерләнеп, Баймаҡ тирәһендәге йылғаларҙа боҙҙо ҡырҡалар. Директор вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Түләков етәкселегендәге предприятиела 43 кеше эшләй. Техникалары етерлек.
“Теплосеть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – тотош Баймаҡ районында йорттарға йылылыҡ биргән берҙән-бер предприятие. Фәиз Баййегетов етәкселек иткән предприятие 2013 йылда күп фатирлы йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеү өсөн ойошторолған.

Ҡышҡы 35 градуслы һыуыҡтарҙа фатирҙарҙың йылыһыҙ ҡалыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Йорттар бер нисә сәғәт йылытылмаһа, торбалары туңа, ярыла башлай. Яңынан йүнәтеп алғансы күпме көс, күпме хеҙмәт, күпме сығым кәрәк булыр ине! Ә унда йәшәгән халыҡтың яфаланыуын бер ниндәй аҡса менән дә баһалап булмаҫ. Бына шулай яуаплы һәм кәрәкле был предприятиеның эше. Шуға күрә уның хеҙмәткәрҙәре торбалар туңмаһын, өйҙәрҙә һәр ваҡыт йылы булһын өсөн бар көсөн һала. Предприятиела 44 кеше эшләй. Блоклы модулле өс ҡаҙанлыҡ файҙаланыла.
Йылыны йорттарға, биналарға таратҡан селтәрҙәр йылдар үтеү менән туҙа, уларҙы ваҡытында алмаштырыу зарур. Йәмғиәт, был эште инвестициялау программаларын үтәп, һуңғы ике йыл эсендә бөтә Баймаҡ ҡалаһының йылылыҡ селтәрҙәренең 70 процентын алмаштырған, иҫкергән йылылыҡ сығанаҡтары урынына блоклы модулле ике ҡаҙанлыҡ ҡуйған. Был – бик ҙур күрһәткес. Баймаҡтар яңыртылған йылытыу селтәрҙәренең рәхәтен күрһен, иҫкенең ҡалғанын да алмаштырып бөтөргә яҙһын.
Баймаҡ урамдары таҡыр, юлдары тигеҙ, тиҙәр. Уларҙы “Баймаҡ коммуналь хужалығы” муниципаль бюджет учреждениеһында эшләгән 30 хеҙмәткәр тәртипкә килтереп тора. Баймаҡ ҡалаһындағы 208 урамды ҡарай улар. Ҡыш көнө ҡар көрәйҙәр, уны ҡаланан ситкә ташыйҙар. Яҙҙан көҙгә тиклем автомобиль юлдарындағы, урамдарҙағы соҡорҙарҙы ямау менән шөғөлләнәләр, рәшәткәләрҙе йүнәтәләр, яңырталар, буяйҙар. Ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы тәрбиәләү ҙә уларҙың ҡарамағына тапшырылған, юл буйындағы, парк-скверҙарҙағы ағастарҙың ботаҡтарын матурлап ҡырҡалар. Директор Фәнүр Байсурин предприятиеның эшмәкәрлеген ойоштора. Ә предприятиеның көндәлек эштәре ҡаланың бөхтәлеген, йәмлелеген, уңайлылығын тәьмин итеүҙән ғибәрәт.
Хәйер, был предприятиеларҙың дүртеһе лә бөтә тырышлығын Баймаҡ төбәген матурлауға, йәшәү өсөн уңайлы, таҙа итеүгә һала. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршы алһын, уларҙың яуаплы һәм тынғыһыҙ эштәрендә тик уңыштар юлдаш булһын!.
Читайте нас