Ҡыштың һәр көнө торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур һынау. Ә быйыл февралдең – һуңғы, марттың тәүге көндәре айырыуса һыуыҡ, ҡарлы-буранлы булды.
Был хәл тармаҡ предприятиеларының эшмәкәрлеген шаҡтай ҡатмарландырҙы. Әммә Николо-Березовка ауылындағы “КомЖилСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтләндергән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр тәбиғәт ҡырыҫлығының ҡыйынлыҡтарын һис тә тойманы, сөнки йорт ихаталары, дөйөм файҙаланыу урындары һәр саҡ ҡарҙан таҙартылған, йорттарҙағы коммуникациялар көйлө эшләй. Көтөлмәгән хәл була ҡалһа, предприятиеның тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефонына шылтыратырға мөмкин. Дежур бригада тиҙ арала килеп етәсәк һәм иң ҡатмарлы мәсьәләгә лә сиселеш табасаҡ. Халыҡ был предприятиеның эшмәкәрлеген һәр саҡ тойоп йәшәй һәм бар яҡлап та маҡтап телгә ала.
“КомЖилСервис” бынан дүрт йыл элек ойошторолған, әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү даирәһендә үҙен танытып өлгөргән. Предприятие район үҙәгендәге күп фатирлы 47 йортто хеҙмәтләндерә. Уларға йорттарҙы ҡарау, подъездарҙы йыйыштырыу һәм ремонтлау, сантехник һәм электр монтажлау эштәре йөкмәтелгән. Предприятие ҡарамағындағы йорттар үткән быуаттың 70-80-се йылдарында төрлө ойошмалар тарафынан күтәрелгән, ә хәҙер төҙөкләндереү талап итә. Был эшкә ҙур сығымдар һәм көс йүнәлтелә. Предприятие ойошторолғандан башлап егерменән күберәк подъезды ремонтлағандар, ун бишкә яҡын подъезд түбәләрен төҙөкләндергәндәр. Барлыҡ подъездарға ла – светодиодлы лампалар, ә ихаталарҙы яҡтыртыу өсөн шундай уҡ прожекторҙар урынлаштырылған. Подъездар яҡты, ҡунаҡ көткәндәгеләй таҙа һәм йыйыштырыулы. Үткән йылдан башлап, пандемияға бәйле, подъездарҙың таҙалығына талаптарҙы тағы ла көсәйткәндәр – аҙнаһына ике тапҡыр дезинфекция саралары үткәрәләр. Коллектив бар яҡлап та халыҡҡа уңайлы йәшәү мөхите булдырыу өсөн тырыша. Һуңғы ваҡытта ғына күп фатирлы өс йорт янында заманса япмалы спорт һәм балаларҙың уйын майҙансыҡтарын төҙөп файҙаланыуға тапшырғандар.
Коллектив республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнаша. Былтыр “Башҡорт ихатаһы” программаһына ярашлы күп фатирлы йорттоң фасадын ремонтлағандар. Ремонт эштәре коллективтың үҙ аҡсаһы иҫәбенә башҡарылған.
Уңғандарҙы эш үҙе эҙләп таба тигәндәй, биләмәләге һыу үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү, тығылған торбаларҙы, ҡоҙоҡтарҙы таҙартыуҙы ла предприятиеға йөкмәткәндәр. Ун ике хеҙмәткәрҙән генә торған коллективтың өлгөрлөгөнә таң ҡалаһың. Бының төп сере – етәксенең тармаҡ эшмәкәрлеген яҡшы белгән тәжрибәле ойоштороусы булыуында, тип әйтергә кәрәк. Предприятиены ойоштороусы Рәшит Сәләхов тармаҡта ике тиҫтә йылға яҡын эшләй. Ул байтаҡ йылдар Нефтекама ҡалаһында “Беҙҙең йорт” торлаҡ хужалары ширҡәте идаралығы рәйесе вазифаһын башҡарған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуҙа, торлаҡ хужаларының һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙән файҙаланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Төбәк үҫеш министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Рәшит Зияш улы, үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһенә таянып, артабан “КомЖилСервис” предприятиеһын ойоштора.
– Беҙгә торлаҡ хужаларының имен, уңайлы йәшәйешен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Бының ни ҡәҙәр яуаплы булыуын һәр кем, яҡшы аңлап, үҙенең көндәлек эше менән хеҙмәтләндереү сифатын тағы ла яҡшыртыуға булышлыҡ итә, – ти Рәшит Сәләхов.
Әйтәйек, предприятиеның финанс тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙә баш хисапсы Гөлнара Сабированың һөнәри һәләте һәм принципиаллеге ҙур роль уйнай. Абоненттар бүлеге етәксеһе Зөһрә Сабированың иғтибарлы, талапсан булыуы халыҡ менән үҙ-ара аңлашып эшләүгә булышлыҡ итә. Ә инде уңған урам һепереүсе Лилиә Рәжәпова менән оҫта слесарь Олег Мухин коллективтың хеҙмәт алдынғылары булып танылған.
Николо-Березовка – республикалағы күркәм, төҙөк биләмәләрҙең береһе. Бында “КомЖилСервис” йәмғиәтенең дә хеҙмәт өлөшө ҙур. Киләсәктә предприятие коллективы үҙ ҡарамағындағы йорттар һанын (шулай уҡ шәхси сектор иҫәбенә лә) арттырыу һәм хеҙмәтләндереү даирәһен тағы ла киңәйтеү маҡсаты менән эшләй. Ышанып әйтергә мөмкин, торлаҡ хужалары алдында яулаған абруй, һис һүҙһеҙ, маҡсатҡа өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.