Өфөләге “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда “Сколково” фонды вәкилдәре вице-президент Юрий Сапрыкин етәкселегендә журналистар өсөн брифинг үткәрҙе.
Юрий Сапрыкин, “Сколково” фондының төбәк үҫеше департаментының инновацион инфраструктура буйынса эшләү етәксеһе Айгөл Шаһиәхмәтова, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова, “Сколково” фондының төбәк үҫеше департаменты етәксеһе Юрий Сибирский Башҡортостанда инновацион технологияларҙың нисек тормошҡа ашырылыуы, шулай уҡ Өфөлә инновацион командалар эҙләү буйынса “Startup Tour 2021", “IQ-парк” проекттары тураһында һөйләне. Фондтың Башҡортостан Хөкүмәте, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты менән берлектә үткәрәсәк сараларының маҡсаттары һәм әһәмиәте лә аңлатылды.
– “Сколково” фондының эшмәкәрлегенә баһа төрлөсә һәм был темаға ҡағылышлы һорауҙар күп бирелә, – тине Юрий Сапрыкин. – Күп осраҡта һөҙөмтәләр шунда уҡ күренеп бармаҫҡа ла мөмкин. Беҙҙең эшмәкәрлектәге беренсе үлсәм – инновацион проекттар һаны, күпме юғары технологиялы эш урындары асылыуы, әлеге проекттарға инвестиция күләме, был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан күпме аҡсалата төшөм алыныуы һәм уның нисек үҫә барыуы. Төшөм тип тәүге сиратта сит ил валютаһындағы күләмде аңлайбыҙ, сөнки яңы продукцияның донъя баҙарындағы көнәркәшлек һәләте һис күҙ уңынан ысҡынмаҫҡа тейеш. Һәм, әлбиттә, был проекттарҙы генерациялаған интеллектуаль милек субъекттарының, йәғни ошо йүнәлештәрҙә заманса талаптар буйынса эшләгән белгестәр һаны арта барыуы.