Иҡтисад
19 Март 2021, 06:41

Яҡты һәм йылы булһын һәр йортта

Энергетика ҡеүәттәре кешелектең уңайлы, мәҙәниәтле йәшәйешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ә инде был ресурстарҙы файҙалы һәм һаҡсыл ҡулланыу тармаҡтағы предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Улар үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән төбәктең иҡтисади-социаль үҫешен тиҙләтә. “Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһы” муниципаль унитар предприятиеһы ла район, ҡаланың үҫешенә тос өлөш индерә.

Энергетика ҡеүәттәре кешелектең уңайлы, мәҙәниәтле йәшәйешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ә инде был ресурстарҙы файҙалы һәм һаҡсыл ҡулланыу тармаҡтағы предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Улар үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән төбәктең иҡтисади-социаль үҫешен тиҙләтә. “Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһы” муниципаль унитар предприятиеһы ла район, ҡаланың үҫешенә тос өлөш индерә.


Ул эшмәкәрлеген нефть сәнәғәте үҫешкән ҡаланы тәьмин итеү өсөн башлай. Унан һуңғы йылдар дауамында төрлө үҙгәреш кисерә, әммә тәғәйен­ләнеше һәм төбәктең көнитме­шендәге әһәмиәте үҙ юғарылы­ғында ҡала. Ул энергияны һатыу-һатып алыу өлкәһендә төбәк селтәр ойошмаһы булып тора, энергия менән тәьмин итеүсе – ҡулланыусы даирәһендә аралашсы ролен үтәй. Предприя­тиеның хеҙмәтенә төп заказсылар булып Дүртөйлө ҡала хакимиәте, ҡалалағы сәнәғәт һәм коммуналь предприятиелар һанала.
Һуңғы йылдарҙа электр энергияһын ҡулланыу күләме арта. Был ҡалала бәләкәй һәм урта бизнес иҫәбенә етештереү ҡеүәттәренең артыуы, торлаҡ төҙөлөшөнөң киңәйеүе менән аңлатыла. Энергетиктар ҡулла­ныусыларҙың үҫә барған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, хеҙмәтлән­дереү сифатын яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Коллективта 215 кеше эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы – үҙ эшенең оҫтаһы. Күбеһе махсус юғары белемле. Бигерәк тә эшләп йөрөгән йәштәргә белемен камиллаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыла, уларҙың киләсәге тураһында ҙур хәстәрлек күрелә.
Коллективта кадрҙар әҙерләү, уларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу көнүҙәк бурыс итеп ҡуйылған. Ул билдәләнгән план буйынса ғәмәлгә ашырыла. Даими рәүештә хеҙмәт урындары аттестациялана, сөнки заман энергетикаһы бик тә ҡатмарлы, юғары технологияларға ҡорол­ған. Был өлкәлә белемле, төплө әҙерлекле кадрҙар кәрәк.
Предприятие етәкселеге хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлекте производство бурыстары менән бер рәткә ҡуя. Хеҙмәткәрҙәрҙең социаль-көнкүреш мәсьәләләренә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Улар өсөн уңайлы көнкүреш бинаһы булдырылған. Энергетиктарҙың сәләмәт тормош рәүешен булдырыуға, уларҙы спортҡа йәлеп итеүгә етди иғтибар йүнәлтелә, сөнки энергетика тармағында белемле булыу менән бергә, ныҡлы физик әҙерлекле, ҡыйыу һәм сыҙамлы һөнәр эйәләре генә эшләй ала. Предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡала һәм республика күләмендәге һөнәри бәйгеләрҙә һәм спорт сараларында ла һынатмай.
Ҡала энергетиктары өсөн үткән йыл иҫтәлекле булды – бөтә күрһәткестәр буйынса ла уңышлы тамамланылар. Предприятие 168 трансформатор ярҙамсы станцияһын, 354 саҡрымлыҡ электр үткәргестәрҙе, 60 саҡрым йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә. Бөгөн предприятиела электр энергияһын ҡулланыусыларға тапшырыуҙы тотороҡло һәм хәүефһеҙ итеү, селтәрҙәрҙе яңыртыу, хеҙмәт­ләндереү сифатын бар яҡлап та заман талаптарына яуап бирерлек итеп еткереү өсөн селтәр­ҙәрҙе яңыртыу һәм ҡора­малдарҙың ҡеүәтен үҫтереү буйынса киң эш алып барыла.
Инвестициялар йәлеп итеү хәстәрлеге лә күрелә. 2020 йылда 7 трансформатор, 2,9 СИП, экскаватор-тейәгес, УАЗ автомобиле алынды.

“Башҡорт ихаталары” прог­раммаһы нигеҙендә 96 тимер-бетон бағана, 159 светодиодлы яҡтыртҡыс, 5 километр СИП үткәргесе һуҙылды. Тәбиғи газды ҡулланыуҙы кәметеү маҡсатында 43 миллион һумға яңы ҡоролма алыу өсөн килешеү төҙөлдө. Был программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә йылына 5-6 процент килем янда ҡаласаҡ.
Ышаныс менән әйтергә мөмкин: алға ҡуйған бурысты тормошҡа ашырыу өсөн энергетиктарҙың мөмкинлектәре лә, тырышлыҡтары ла етерлек. Был коллективтың хеҙмәт уңыштарында ла асыҡ сағыла. Предприятие күп наградаларға эйә. Улар юғары күрһәткестәре өсөн республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар араһында диплом менән бүләкләнгән. Предприятиеның ҡала сәнәғәт предприятиелары араһында йыл күрһәткестәре буйынса күп тапҡыр еңеүсе булыуын да билдәләргә кәрәк.
Булдыҡлы коллективҡа энергетика өлкәһендә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған Илшат Флит улы Мостафин етәкселек итә. Уның дөрөҫ иҡтисади сәйәсәт алып барыуы, юғары ойоштороу һәләте һөҙөмтәһендә предприятиены яңы бейеклеккә күтәреүгә өлгәшелде. Иң мөһиме – энергетика баҙарында уларҙың үҙ урыны, үҙ йөҙө бар.

Читайте нас