Иҡтисад
19 Март 2021, 06:39

Яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт

Баҡалылар йәшәйеш сифатын тәьмин итә.

Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә, ҡасабаларҙа көндәлек тормош-көнкүрештең уңайлылығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының эшмәкәрлегенә шул тиклем ныҡ бәйләнгән, хатта уларһыҙ бер көн дә йәшәп булмайҙыр кеүек. Ысынлап та, ярты ғына көн крандан һыу аҡмаһа йә, бурап-бурап ҡар яуғас, бер көн тротуарҙар асылмаһа ла, кәйефтәр ҡырылып китә. Быны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә яҡшы белә, сөнки улар шул уҡ хеҙмәттәрҙе күрһәтеүсе генә түгел, ҡулланыусы ла булып тора. Итексенең итеге булмаҫҡа мөмкин, ә коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсенең үҙен дә, башҡаларҙы ла был хеҙмәттәрһеҙ йәшәтергә хоҡуғы юҡ.


«ЖилКомСервис Баҡалы» идара итеүсе компанияһы район үҙәгендә 78 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә. Был йорттарҙың дөйөм майҙаны – 65 мең квадрат метр, уларҙа 2517 кеше йәшәй. Компания уларҙың коммуналь ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү, ризаһыҙлыҡтарға юл ҡуймау өсөн бөтәһен дә эшләй.
Предприятие үҙ эшмәкәрлегендә ҙур тәжрибә туплаған, коллективында эшенә бик яуаплы ҡараған оҫталар күп. 2007 йылда барлыҡҡа килгән предприятиеға директор Александр Кулейкин етәкселек итә. Уның ҡул аҫтында 17 кеше эшләй. Улар – электриктар, слесарь-сантехниктар, балта оҫталары, иретеп йәбештереүселәр, штукатур-малярҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре. Араларында предприятиела ун йылдан ашыу хеҙмәт иткән эшсәндәр бар. С. Әхмәтов, С. Абзалетдинов, С. Назаров, И. Лаврентьева, Т. Лобанова, С. Чукаева, И. Камалова лар – шундайҙар иҫәбендә. Яҡшыларҙан-яҡшы баһалар алған хеҙмәткәрҙәр ҙә эшләй бында. С. Әхмәтов, мәҫәлән, Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ араһында үткәрелә торған «Һөнәре буйынса иң яҡшы» республика конкурстарында бер нисә тапҡыр призлы урындар яулаған.
Баҡалы урамдары, йорт ихаталары таҙа, төҙөк, йәмле булһын өсөн дә бөтә көсөн һала предприятие хеҙмәткәрҙәре. Ваҡытында һепереп, ҡарын көрәп, боҙҙан таҙартып тороу ҙа уларҙың вазифаһына инә бит.
Идара итеүсе компанияның вазифаларын барлау уның әһәмиәтен аңларға булышыр. Торлаҡ биләүселәрҙең һәм фатир яллаусыларҙың уңайлы, хәүефһеҙ йәшәүен тәьмин итеү төп маҡсат итеп ҡуйылған. Төп эшмәкәрлек төрҙәре – күп фатирлы йорттарға идара итеү, уларҙы хеҙмәтләндереү, ваҡытында ремонтлау. Хеҙмәткәрҙәрҙең ентекле эше йорттарҙың, ҡорамалдарҙың, инженер селтәрҙәренең ышаныслылығын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ағымдағы эштәр йыйылмаһын көҙгө һәм яҙғы миҙгелдәрҙә торлаҡ фондын ҡарау, йорттарҙағы йылытыу системаларын опрессовкалау, һыу менән тәьмин итеү һәм ҡалдыҡ һыуҙарҙы түгеү системаларын, электр селтәрҙәрен, үҙәктән йылытылған йорттарҙағы йылытыу системаларын даими ревизиялап, кәрәк булһа, йүнәтеп тороу тәшкил итә. Шулай уҡ йорттарҙың подъездарының һәм подвал биналарының ишектәрен алмаштырыу, подъездарҙа ағымдағы ремонт, сарҙаҡтарҙа һәм подвалдарҙа йылытыу торбаларының изоляцияһын тикшереп тороу ҙа мотлаҡ башҡарыла торған эштәр иҫәбенә инә. Идара итеүсе компания йорт алды баҡсаларының кәртәһен алмаштырыу менән дә шөғөлләнә. Халыҡҡа төрлө түләүле хеҙмәттәр күрһәтелә.
Һандар эш күләмдәрен яҡшраҡ һүрәтләй. Әйтәйек, 2015 йылдан 2021 йылға тиклем йорттарҙың дөйөм мөлкәтен һәм инженерлыҡ ҡорамалдарын ҡарап тотоу, хеҙмәтләндереү буйынса бөтәһе 60 миллион һумдан ашыулыҡ эштәр башҡарылған. Халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдарын кәметеү өсөн мөмкин булған бөтә саралар күрелә. Бының өсөн торлаҡ хужалары менән берлектә һөйләшеп килешеп, улар иҫәбенә дөйөм йорт хисап приборҙары ҡуйылған, шул рәүешле йылылыҡ энергияһын, йылылыҡ энергияһын йөрөтөүсене, тотонолған һыуҙы, электр энергияһын теүәл һанап, тейешле хаҡты ғына түләп барыу мөмкин булған. Шулай итеп, торлаҡ хужалары ғәмәлдә тотонған коммуналь хеҙмәттәр өсөн генә түләй.
2019 йылда подъездар ремонтлау буйынса республика программаһы сиктәрендә подрядсы сифатында алты күп фатирлы йорттоң подъездарына капиталь ремонт үткәрҙеләр. Эш күләме йәмғеһе 1,5 миллион һум тәшкил итте. Шулай уҡ ике күп фатирлы йортта 0,5 миллион һумға һыу менән тәьмин итеү һәм ҡалдыҡ һыуҙарҙы ағыҙыу системаларына капиталь ремонт эшләнде. Ә 2020 йылда шул уҡ республика программаһы буйынса өс күп фатирлы йорттоң подъездарына капиталь ремонт яһанылар (1,3 миллион һумға).
Ошо уңайҙан «ЖилКомСервис Баҡалы» идара итеүсе компанияһы етәкселеге гәзит аша коллегаларын һәм хеҙмәткәрҙәрен ихлас ҡотлай һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Һеҙ яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ менән халыҡтың көндәлек тормош-көнкүрешенең уңайлылығын, йәшәйешенең сифатлылығын тәьмин итәһегеҙ. Бөтә халыҡҡа кәрәкле хеҙмәтегеҙ артабан да уңышлы, емешле булһын. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә, яҡындарығыҙға бәхет-шатлыҡтар, киләсәккә ышаныс, именлек насип булһын.
Баҡалы районы.
Читайте нас